Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҺӘЙКӘЛДӘР, ФЕСТИВАЛДӘР, ЙӘШТӘР Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡ яһай

Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Бына йәмәғәтселек алдында Ҡоролтай ағзаларының башҡарған эштәре хаҡында тағы һүҙ тоторға ваҡыт етте. Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының 2019-2024 йылдар арауығы эсендә алып барған эшмәкәрлегенә байҡау тураһында бара һүҙ.

ҺӘЙКӘЛДӘР, ФЕСТИВАЛДӘР, ЙӘШТӘР Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡ яһай
ҺӘЙКӘЛДӘР, ФЕСТИВАЛДӘР, ЙӘШТӘР Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡ яһай

Ҡала хакимиәте, мәктәп һәм колледждар уҡытыусылары, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы эшмәкәрҙәре, Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсалары, ағинәйҙәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, ирекмәндәр, «Башҡорт йәштәре» ойошмаһы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистары, «Ашҡаҙар» гәзите редакцияһы, яҙыу- сыларыбыҙ һәм башҡалар менән берлектә бихисап саралар һәм һөҙөмтәле эштәр башҡарылды. Әлбиттә, һис шикһеҙ, ҡала тормошона битараф булмағандарҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Күмәкләшеп яу ҡайтарып, тигән- дәй, Башҡортостандың бөтә ҡала ҡоролтайҙары араһында беҙҙең Ҡорол-тайыбыҙ дүрт йыл рәттән призлы урындар яулап килде: 2020 – Башҡорт теле йылы (2-се урын), 2021 – Башҡорт тарихы йылы (1-се урын), 2022 – Фән һәм мәғрифәт йылы (2-се урын), 2023 – Башҡорт мәҙәниәте, рухи мираҫ йылы (2-се урын)!

Был ҡаҙаныштар Стәрлетамаҡ ҡорол-тайының берҙәм команда булып эшләй алыуын, уның потенциалын иҫбатлай.

2021 йылдың март айында Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы. үҙаллы юридик берәмек статусын юллап алып гранттарҙа ҡатнаша башланы.

Күп тә үтмәне, 2021 йылда «Беҙ бергә» этнофестивале проекты менән Рәсәй Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды гранттары конкурсында еңеп, проектты уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ.

Шул уҡ 2021 йылда башҡорт милли кейеменә ҡарата һөжүм башланғанда, «Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы» исемле Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын Өфө фән һәм технологиялар университеты- ның Стәрлетамаҡ филиалы грантына атҡарып сыҡтыҡ. Бик тә матур һәм резонанслы сара булды ул. 12 октябрь Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур сара гөрләп үтте – билдәле этнограф, ғалимә С.Н. Шитованың күркәм юбилейына арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды. Коронавирус сикләүҙәре арҡаһында конференция бер юлы ике форматта булды: онлайн һәм офлайн. Был сараның исеме – «Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы». Фәнни мәҡәләләр йыйынтығы ла донъя күрҙе. Мәскәү, Санкт-Петербург, Чебоксар, Ҡазан, Краснодар, Вологда, Магнитогорск, Ырымбур, Назрань (Ингушетия) ҡала-ларынан ғалимдар, уҡытыусылар, студенттар, магистранттар, дизайнерҙар ҡатнашты. Пермь крайы Барҙы районы башҡорттары булды, Ямал-Ненец автономиялы округынан да әүҙемдәр табылды. Сибай, Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ ғалимдары ла ситтә ҡалманы.

Конференцияның резолюция пункт-тарының береһенә ярашлы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Светлана Николаевна Шитоваға награда юллау башланған ине. Ниһайәт, 2023 йыл Башҡорт теле көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Сосланбәк Тавасиев исемендәге күренекле йәмәғәтселек наградаһы ғалимәгә тапшырылды.

2023 йыл Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы “Етегән” республика башҡорт байрамы – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө” исемле проекты ҡала хакимиәте башлығы гранты конкурсында еңде. Байрамдарҙы бары тик күңел асыу сараһы тип ҡарарға ярамаҫ, уның әһәмиәте ҙур. «Етегән» исеме аҫтында үткән был байрамды ойоштороуҙа халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә таянып, йәштәргә рухи, әхлаҡи, эстетик тәрбиә биреү, мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе йәштәр күңеленә һеңдереү, рухи тәрбиә биреүҙә ғаилә институтына таяныу кеүек изге маҡсаттар ҡуябыҙ.

«Етегән» байрамы Абдулҡадир Инан исемендәге китапханала башланып китте. Унда «Мөхәббәт шиғриәте» әҙәби кафеһы ойошторолғайны. «Бер мөхәббәт тарихы» исемле онлайн ижади конкурс уҙҙы, «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының муниципаль этабы финалы Ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолдо. Етегән байрамы көнөндә Стәрлетамаҡ театр-көнцерт берләшмәһендә бик матур күргәҙмәләр эшләп килде. Шулай уҡ, байрам сиктәрендә башҡорт көйҙәренә бейеү флешмобы, йәштәр өсөн ритайым үтте.

Беҙ, милләт шәхестәре менән көслө тигән фекергә таянып, Стәрлетамаҡ ҡалаһының күренекле шәхестәренә иғтибар бүлеп, ихтирам күрһәтергә тырышабыҙ.

2021 йылда, алты йыл юллап йөрөгәндән һуң, күренекле мәғри-фәтсебеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа һәйкәл асылды. «Яҙыусылар һәм ғалимдар аллеяһы» исемле проектты сыуаш дуҫтарыбыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы аша тормошҡа ашырҙыҡ. Уларҙың ойошмаһы етәксеһе – Оксана Петровна Федороваға ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Һис шикһеҙ, республика тарихы менән бәйле иҫтәлекле урындар әйтеп бөткөһөҙ тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Киләһе быуындарыбыҙ өсөн бик мөһим икәнлеген онотмайыҡ. Тарихи урындарҙың, һәйкәлдәрҙең кешеләрҙең үҙаңына көслө тәьҫир итеүе, халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауҙа мөһим роль уйнауы – көн кеүек асыҡ.

2022 йылдың 13 октябрендә Стәрлетамаҡта башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичҡа бюст асылды. Был – республикала шағирға ҡуйылған бишенсе һәйкәл. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психология факультеты бинаһында урынлаштырылған бюст уҡыу йортона Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайынан бүләк булып тора. Ҡалабыҙҙа шағирҙың һәм йәмәғәт эшмәкәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү бик урынлы. Стәрлетамаҡ дүрт йылға яҡын Башҡортостандың баш ҡалаһы булған һәм Шәйехзада Бабич беҙҙең ҡалала эшләгән.

Уның биографияһы Стәрлетамаҡ менән тығыҙ бәйле.

Шулай уҡ һуңғы биш йыл эсендә беҙ күренекле башҡорт шәхестәренә таҡтаташтар ҙа астыҡ.

2020 йыл. 16 октябрь көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазин иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Үткән быуаттың 1919-1922-се йылдарында тап ошо К.Маркс урамы 103-сө йортта Башҡорт хәрби-революция комитеты урынлашҡан булған, сөнки ошо йылдарҙа Стәрлетамаҡ республиканың башҡалаһы булып китә. Муса Мортазин ‒ башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921-1922), Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры (1919-1920). Комбриг (1935). Сәйәси золом ҡорбаны. Золом ҡорбаны булғанға ла беҙҙең таҡтаташ асыуыбыҙ тарихи ғәҙеллеккә аҙым яһау, тип әйтергә мөмкин. Таҡтаташты ул саҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы асып ебәрҙе. Ҡатнашыусылар сәскәләр һалды.

Шул уҡ көндө Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ фили- алындағы коворкинг үҙәгендә ғалим- дар ҡатнашлығында Түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

2021 йылдың 4 декабрендә Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә Абдулҡадир Инанға таҡтаташ асыу тантанаһы ойошторолдо. Төрки халыҡтарҙың этнографияһы, фольклоры, төрки телдәре һәм әҙә- биәттәре өлкәһендә күренекле белгес булып танылған шәхестең исемен мәңгеләштереү – беҙҙең өсөн ҙур эш!

Быйыл 28 февраль көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында шағир, яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Рауил Хөрмәт улы ҡалабыҙҙа Яҙыусылар ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге етәксеһе булараҡ билдәле. Сарала шағирҙың балалары, ейәндәре, туғандары, ҡәләмдәштәре, уҡыусылары, студенттары ҡатнашты, йылы иҫтәлектәрен бәйән итте, Рауил ағайҙың шиғырҙарын уҡыны. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Өфөнән килгән ҡунаҡтарыбыҙ ҙа шәхес хаҡында матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Сара А.Инан исемендәге китапханала хәтер кисәһе менән тамамланды.

Әйтеп үтергә кәрәк, күренекле шә- хестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү Стәрлетамаҡ ҡоролтай ағзаларының матди сығанаҡтарына таянып алып барыла, йәғни проекттарҙың бағыусылары – Стәрлетамаҡ ҡоролтай ағзалары.

Һуңғы биш йыл эсендә Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы көсө менән ете китап ижад ителде. Улар араһындағы «Стәрлетамаҡ тарихында шәхестәр яҙмышы» исемлеһе тиражын арттырыуҙы көтә, быны беҙ киләсәктә гранттар бюджетына индерергә тырышасаҡбыҙ.

Шулай итеп, киләсәккә яңы маҡсаттар, яңы пландар менән янып йөрөгән сағыбыҙ. Стәрлетамаҡта башҡорт телевидениеһы булмау сәбәпле, балалар өсөн башҡорт медиа үҙәген асып, уның нигеҙендә һәм «Сәләм» республика телеканалы ярҙамында был проблеманы хәл итергә тырышабыҙ. Шулай уҡ «Хатаһыҙ ҡала» акцияһын, «Йөрәк һүҙе. Стәрлетамаҡ» шиғриәт бәйгеһен тергеҙеү планда тора.
Әлбиттә, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында эшләп килгән «Башҡорт йәштәре» ойошмаһы, «Балалар ҡоролтайы», М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр ойошмаһы менән берлектә артабан да һөҙөмтәле эшмәкәрлекте дауам итергә тейешбеҙ.
Бергә булайык, берҙәм булайыҡ!

Ләйсән ЙОСОПОВА,
Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты.

ҺӘЙКӘЛДӘР, ФЕСТИВАЛДӘР, ЙӘШТӘР Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡ яһай
ҺӘЙКӘЛДӘР, ФЕСТИВАЛДӘР, ЙӘШТӘР Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы йомғаҡ яһай
Автор:
Читайте нас: