Көнө Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһында кодексының 10-сы статьяһына ярашлы билдәләнгән. Һайлау сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелергә тейеш, тиелгән унда. Быйыл был дата 8 сентябргә тура килә.
Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республика башлығын һайлауҙы тәғәйенләү Дәүләт Йыйылышы ҡарамағында. Мәсьәләне парламенттың май аҙағындағы пленар ултырышының көн тәртибенә индереү планлаштырыла.
Рәсәй президенты Владимир Путин Радий Хәбировты яңы срокка тәҡдим итеүҙе хупланы.