Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, ошо сарала ҡатнашыу бик мөһим, сөнки республикала 2 миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Әммә, мәҙәни өлөштән тыш, төбәк өсөн тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек тә мөһим.
«Бөгөн республика көнсығышҡа ҡарай борола. Сауҙа әйләнешенең дүрттән бер өлөшө Үҙәк Азия илдәренә тура килә, Төркиә, Иран Ислам Республикаһы менән әүҙем эш алып барабыҙ. Бурысыбыҙ – республика иҡтисады үҫешен тәьмин итеү, ә тышҡы партнерҙар булмаһа, был мөмкин түгел», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.