Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

Радий Хәбиров «Гидравлика» коллективын юбилейы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ростех дәүләт корпорацияһының «Технодинамика» холдингы составына ингән «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы коллективын 85 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы.

Радий Хәбиров «Гидравлика» коллективын юбилейы менән ҡотланыРадий Хәбиров «Гидравлика» коллективын юбилейы менән ҡотланы
Радий Хәбиров «Гидравлика» коллективын юбилейы менән ҡотланы

«Был — республикабыҙ сәнәғәте флагмандарының береһе. Бында авиация һәм ракета-йыһан тәғәйенләнешендәге продукция әҙерләп сығаралар. «Гидравлика» илебеҙ өсөн стратегик яҡтан мөһим проекттарҙа ҡатнаша, илебеҙ самолёттары өсөн изделиелар сығара. Улар иҫәбендә — МС-21, Ту- пассажир лайнерҙары, Ил-96-400М һәм башҡалар.

Предприятие ветерандарына, етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы эше өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. «Гидравлика» коллективына яңы һөнәри уңыштар теләйем!» — тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-05-29/radiy-h-birov-gidravlika-kollektivyn-yubileyy-men-n-otlany-3789872

 

Автор:
Читайте нас