Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
5 Июнь 2024, 11:30

Дәүләт Думаһында Башҡортостандың концерттарҙа фонограмма ҡулланыу тураһында законы ҡарала

Башҡортостан парламенты концерттарҙа фонограмма ҡулланыу тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индерҙе. Депутаттар «плюслы фонограмма» төшөнсәһен нығытырға, шулай уҡ йырсылар һәм ойоштороусылар тамашасыларға сығыштарҙа фонограмма файҙаланылыуы йәки «тере тауыш» менән йырлау тураһында хәбәр итергә тейеш тигән тәҡдим индерә.

Дәүләт Думаһында Башҡортостандың концерттарҙа фонограмма ҡулланыу тураһында законы ҡаралаДәүләт Думаһында Башҡортостандың концерттарҙа фонограмма ҡулланыу тураһында законы ҡарала
Дәүләт Думаһында Башҡортостандың концерттарҙа фонограмма ҡулланыу тураһында законы ҡарала

«Закон проекты ҡулланыусының тамаша-күңел асыу хеҙмәттәре тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыуға хоҡуғын тәьмин итеүгә һәм ошондай хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән, – тип хәбәр итте республика парламенты спикеры Константин Толкачев. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн башҡарыусыларҙың һәм ижади коллективтарҙың меңләгән тамашасы алдында ла «фанера менән» йырлау осраҡтары күп. Концертҡа билет һатып алған тамашасы уны тере сығыш урынына «суррогат продукт» көткәнен белмәй. Уның хоҡуҡтары яҡланмаған».

Шулай уҡ закон проекты мәғлүмәт булмаған осраҡта  ҡулланыусыларҙың билет өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу хоҡуғын нығыта. Рәсәй Федерацияһы субъекттарына үҙ биләмәләрендә фонограммаларҙы файҙаланыу һәм ҡулланыусыларға мәғлүмәт еткереү тәртибен билдәләү хоҡуғын нығытырға тәҡдим ителә.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-03/d-l-t-duma-ynda-bash-ortostandy-kontserttar-a-fonogramma-ullanyu-tura-ynda-zakony-arala-3795703

 

Автор:
Читайте нас