Кандидатуралар 2024 йылдың 15 июленә тиклем күрһәтелергә тейеш.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзында ғаризаларҙы 21 июнгә тиклем ҡабул итәләр. Материалдарҙы (китап, кандидатты ҡарау тураһында ғариза) Яҙыусылар союзы аппаратына тапшырырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 7 (906) 375-87-09 — Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары.
Башҡортостанда 2024 йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыла башлай. Өс премияның һәр береһе — 1 миллион һум.