Байрам концертында ZAINETDIN, Алһыу Бәхтиева, Айгиз Хашимов, Дамир Тайыпов, «Аманат» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле ҡатнаша.
Өс уөн буйына башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәте, шәжәрә төҙөү, хореография, вокал, музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Шулай уҡ һабантуйҙа төрлө спорт ярыштарында һәм уйындарҙа (көрәш, гер күтәреү, армрестлинг, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тоҡ кейеп ярышыу һәм башҡалар) ҡатнашырға мөмкин.