«Уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, табиптарҙы, аграрийҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен, эшселәрҙе, инженерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы, идарасыларҙы, төрлө һөнәр эйәләрен сәләмләүемә шатмын. Һеҙ үҙегеҙҙе илгә, тыуған республикағыҙға хеҙмәт итеүгә арнағанһығыҙ.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла сәләмләү һүҙҙәрен еткерәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм тиҙерәк еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Ошондай ҡатмарлы осорҙа беҙ берҙәм, Ватанға тоғро булыуыбыҙҙы күрһәттек. Махсус хәрби операция барышында ҡуйылған хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәйбеҙ. Туғандаш Донбасҡа ярҙам итәбеҙ. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә республикабыҙ табиптары, төҙөүселәре, юл һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәре тыныс тормошто тергеҙеүҙә ҡатнаша», - тине Радий Хәбиров.
Хәҙер Башҡортостан да ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде, тип билдәләне республика етәксеһе. Йылдам темптар менән торлаҡ, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм спорт үҙәктәре төҙөлә. Бындай күләмле эштәр Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан алып барыла.
Уҙған аҙнала республика делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты, тине Радий Хәбиров. Тәүге тапҡыр беҙ Милли инвестиция рейтингында тәүге өс лидер иҫәбенә индек. Ғөмүмән, беҙҙе йәнә илдең уңышлы, йылдам үҫешкән төбәктәренең береһе тип танынылар.
«Ҡәҙерле дуҫтар, миңә һеҙҙең хаҡта, республика эшсәндәре тураһында йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. «Башҡортостанда талантлы кешеләр, ысын илһөйәрҙәр йәшәй», - тиҙәр күптәр. Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге майҙансыҡтарҙа республикабыҙ исеменән сығыш яһағанда һәр саҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Һеҙҙең һәр берегеҙ йәштәр өсөн яҡшы үрнәк булып тора. Бөгөн лайыҡлы награда алыусылар хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтәм.
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән маҡтаулы исемгә Гөлдәриә Йосопова һәм Рәмзиә Кәримова-Байбулатова лайыҡ булды. Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы – иртәнге эфир алып барыусыһы һәм мөхәррире, күп йылдар тамашасыларға яҡшы кәйеф өләште, республика тормошон яҡтыртты. Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы мөһим сараларҙан репортаждар әҙерләй. Коронавирус пандемияһы ваҡытында тәүгеләрҙән булып ҡыҙыл зонанан махсус репортаж төшөрҙө. Әле махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙ хаҡында материалдар әҙерләй, социаль проекттар менән әүҙем шөғөлләнә. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙе лайыҡлы наградаларығыҙ менән ҡотлайым!
Билдәле ғалим, хирург, 5 меңдән ашыу операция яһаған, оҙаҡ йылдар беҙҙең медицина университетын етәкләгән Вил Мамил улы Тимербулатов 40 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған. Әле Вил Мамил улы 22-се дауахананың хирургия клиникаһын, Республика аҙ инвазивлы хирургия үҙәген етәкләй, хәрби-ялан шарттарында беренсе медицина һәм хирургия ярҙамын күрһәтеү өсөн табиптар әҙерләй. Медицина бригадаһы составында күп тапҡыр Рәсәйҙең яңы төбәктәренә барып ҡайтты. Әйҙәгеҙ, Вил Мамил улын «Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы» тигән маҡтаулы исем алыуы менән ҡотлайыҡ.
Республика Башлығы бүләкләнеүселәргә намыҫлы хеҙмәтте, юғары һөнәри оҫталығы өсөн рәхмәт белдерҙе, тыныслыҡ һәм изгелек теләне.