Ул сәхнәгә матур итеп үтекләнгән, еңдәре бер аҙ өҫкә ҡарай төрөп ҡуйылған ап-аҡ күлдәктә залдың көслө алҡыштары аҫтында күтәрелде. Йыйылған халыҡ урынынан тороп, үҙ лидерын шулай ихлас тәбрикләне.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең беренсел ойошмаларының форумына ҙур һәм берҙәм республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән дүрт меңдән ашыу кеше – ҡала һәм ауылдарҙағы ячейкалар етәкселәре, партияның әүҙемселәре һәм ябай ағзалары йыйылды. Барыһы ла – көндән-көн йәшәйеште яҡшыраҡ итеү теләге менән янған изге йөрәкле кешеләр. Улар менән аралашырға тип Мәскәүҙән партияның Генераль советы Секретары Сергей Перминов килде.
«Һуңғы биш йылда бик күп һөҙөмтәләргә өлгәшә алдығыҙ. Меңәрләгән объект төҙөлдө һәм ремонтланды, улар һәр беребеҙгә, балаларыбыҙға, ололарға хеҙмәт итә. Быларҙың барыһы ла ошонда, республикала, тормошҡа ашырыла. Һеҙ бер туҡтауһыҙ эшләйһегеҙ, шуның өсөн ҙур рәхмәт», – тине ул.
«Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле көрәштәштәр! – тип башланы һүҙен Радий Хәбиров. – Һеҙҙең менән бергә бик ҡатмарлы биш йылды үттек. Улар даими саҡырыуҙар, хәүефтәр йылы булды. Һәм беҙ ошо ауыр осорҙа бергә булдыҡ».
Ул быға тиклем «көрәштәштәр» тип түгел, башлыса «хеҙмәттәштәр» тип өндәшә торғайны. Әммә бөгөн икенсе осраҡ, сөнки залда иң ҡатмарлы ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыусылар йыйылған ине. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләп, балаларҙы һәм ололарҙы ковидтан ҡотҡарҙы, мохтаждарға аҙыҡ-түлек таратты, кешеләрҙең рухын күтәрҙе, ә инде махсус хәрби операция башланғас, бөтә көсөн һәм ваҡытын фронтҡа ярҙамға йүнәлтте. Улар гуманитар комвой туплай, селтәр үрә, шәмдәр эшләй, һалдаттарыбыҙға ярҙам алып бара. Улар – Хәбировтың көрәштәштәре, ә ул – Лидер. Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһендә төбәк иҡтисады үҫешә, инвесторҙар килә, фабрика һәм заводтар эшләй, яңы етештереү йүнәлештәре асыла, фермерҙар мул уңыш үҫтерә, кешеләргә эш бар. Был команданың дөрөҫ юлда булыуы тураһында һөйләй.
«Егеттәребеҙ алғы һыҙыҡта етди хәрби бурыс үтәй. Бында, республикала, егеттәребеҙгә, туғандарыбыҙға, яҡын һәм ҡәҙерле кешеләребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ, тигән берҙәм уй-маҡсатта берләштек. Беҙ мөмкин булғанды ла, булмағанды ла башҡарырға бурыслы», – тине Хәбиров.
Ғөмүмән, әлеге ҡатмарлы заманда «мөмкин түгел» тигән төшөнсәне белмәйбеҙ. Башлағанды аҙағынаса еткерергә генә кәрәк.
«Бөгөн беҙ ҡарар ҡабул итәбеҙ – мин һайлауға барам. Быны ни өсөн эшләүем хаҡында күп тапҡыр әйткәнем бар. Хәҙерге мәлдә нисек китергә мөмкин һуң? Ошондай ваҡытта? Беҙҙең егеттәр унда саҡта. Меңләгән егеттең ҡулын шәхсән үҙем ҡыҫып: «Туған, һуғыш, ә беҙ һиңә ярҙам итербеҙ. Ғаиләңде һаҡларбыҙ, һине лә терәк-таянысһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ», – тинем. Был йөкләмәне үтәмәү дөрөҫ түгел, йәғни ошо егеттәргә ҡарата хыянат буласаҡ. Беҙ һәр ғүмер, республикала йәшәүсе һәр кеше өсөн көрәшергә тейеш. Башҡортостан халҡы үҙ ерендә, оҙаҡ һәм лайыҡлы йәшәһен өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ», – тине Радий Хәбиров.
«Был ҡарарҙы хуплайым! Хәбиров осоронда Башҡортостанда тормош, һис шикһеҙ, яҡшырҙы. Республикаға күп инвесторҙар килде, улар төбәктең баш ҡалаһында ғына түгел, райондарҙа ла эшләй. Биләмәләр ҙә әүҙем төҙөкләндерелә», – тип һөйләне Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Аҡташ ауылының беренсел ойошмаһы секретары Ләйсән Шәрипова.
«Радий Фәрит улының кешелек сифаттарын билдәләү мөһим. Уның менән күп тапҡыр аралаштым. Ул бик ихлас кеше, кешеләрҙе тыңлай һәм аңлай белә», – тип һөйләй Александр Доставалов исемендәге Башҡортостан кадет корпусы директоры Александр Медведев.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, философия фәндәре кандидаты Данияр Абдрахманов фекеренсә, был ҡарар көтөп алынған һәм аңлайышлы булды.
«Радий Фәрит улы үҙенең тәүге мөҙҙәтен бик уңышлы тамамланы, бик күп күләмле проекттар башлап ебәрҙе, уларҙы тамамларға кәрәк. Хәҙер ил төбәктәре араһында ресурстар – федераль аҡсалар, Рәсәй һәм халыҡ-ара инвестициялар өсөн конкуренция ҙур. Темпты кәметкәндәр аутсайдер булып ҡаласаҡ. Радий Фәрит улы эште ошолай ҡора алды: республика биш йыллыҡ күрһәткестәр буйынса йылдамыраҡ һәм ышаныслыраҡ үҫешә. Ошо эште дауам итеү мөһим», – ти ул.
«Донъяла күптәргә Рәсәйҙең көслө булыуы оҡшамай. Беҙҙең геосәйәси конкуренттар илебеҙҙе көсһөҙ итеп күрергә теләй. Улар граждандарыбыҙҙа үҙҙәренең үткәне һәм хәҙергеһе өсөн кәмһетеү һәм оялыу тойғоһо тәрбиәләү өсөн аҡса йәлләмәй. Әммә Башҡортостан миҫалында Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенең ваҡыт һынауын үтеүен күрәбеҙ – һалдаттарыбыҙ һәм офицерҙарыбыҙ әле лә махсус хәрби операция барышында, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Республика етәкселегенең милли сәйәсәт һәм гражданлыҡ патриотизмы өлкәһендә 2018 йылдан алып бойомға ашырған стратегияһы ҙур роль уйнай», – тине Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Леонидович Савичев.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.