«Хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһында мәсьәләләр даими рәүештә күтәрелә килде. Был һорауҙар, талаптар ғәҙел ине. 2022 йылдан бюджеттан түләүгә өҫтәмә рәүештә 75 миллион һум бүләбеҙ. 2023 йылдың июненән Нәшриәт йорто хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өсөн йылына йәнә 115 миллион һум й-нәлтелде. Был беҙгә хеҙмәт хаҡын бер аҙ күтәрергә мөмкинлек бирҙе. Беҙ шулай уҡ грант ярҙамы күрһәтергә тип һөйләшеп килештек. Ул бар. Бюджетҡа 50 миллион һум һалынған. Журналистиканы үҫтереү өсөн гранттарға. Һеҙ был гранттар менән файҙаланырға өйрәндегеҙ инде. Уларҙа ҡатнашырға кәрәк, беҙ гранттар суммаһын даими арттырырбыҙ», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда журналистика өлкәһендә «Тоғролоҡ. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ» тигән яңы премия булдырылды. 1 октябрҙә конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү башлана, еңеүселәр декабрҙә билдәле була. Йыл һайын 20 еңеүсе билдәләнә. Премияның суммаһы – 300 мең һум.