Уларҙың 1,843 миллионға яҡыны, йәғни эшсе көстәрҙең 97,8% иҡтисади эшмәкәрлек менән мәшғүл тип иҫәпләнгән. Ҡалған 41,8 мең кеше (2,2%) - Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы критерийҙарына тап килгән эшһеҙҙәр. Йәғни эше йәки килемле шөғөлө булмаған, эш эҙләгән һәм тикшереү барған аҙнала уға тотонорға әҙер булғандар.
2024 йылдың беренсе кварталында республикала уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 61 317 һумға яҡын тәшкил иткән. Был иһә уҙған йылдың ғинуар-март айҙарына ҡарағанда 20 процентҡа күберәк.