Быйыл уның тыуыуына 270 йыл тулыуға арнап үткәрелгән мәшһүр саралар ҙа бөйөк шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереүҙә ҙур бер эш булып тора. Тыуған төйәге Салауат районында республика кимәлендә ҙур “Салауат йыйыны” үтһә, ҡалабыҙҙа нәҡ Салауат Юлаев майҙанында уның бюсы ҡаршыһында башҡорт йәмәғәтселеге милли батырыбыҙҙы хәтергә алды.
Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Шайморатовсылар класы балалары, ағинәйҙәр, “Башҡорт йәштәре” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм, ғөмүмән, илебеҙ, телебеҙ һәм тарихыбыҙға битараф булмаған егеттәр, ҡыҙҙар, ҡалабыҙҙың рухлы башҡорттары, Салауат Юлаев һәйкәле янында йыйылып, “Юлай улы Салауат” исемле матур сара үткәрҙе. – Салауат Юлаев исеме республика бренды булып тора, һәр ҡалалағы урам, йорт, ойошма уның исеме менән бәйле. Стәрлетамаҡ та ғорур рәүештә уның
исемен хәтерендә һаҡлай һәм ҡалабыҙҙа Салауат исемендәге майҙан (сквер), урам бар.
Был – үлемһеҙ батырыбыҙҙың даны Башҡортостан халҡы йөрәгендә мәңге йәшәй тигән һүҙ! – тип билдәләп китте был кисәлә ҡала хакимиәтенең йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш бүлеге баш белгесе Рафаэль Әбүләев. Әйткәндәй, милли батыр исеме ҡала менән туранан-тура бәйле. 1773- 1775 йылдарҙағы халыҡ ихтилалы беҙҙең ерлеккә лә килеп етә. Ҡаланың тарих, тыуған яҡты өйрәнеү музейында әле лә ошо тарихи ваҡиғала туп атҡан пушка һаҡлана. Сараның төп ойоштороусыһы Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән Йосопова иһә үҙ сығышында Салауат Юлаев исемен тағы ла юғарыраҡ кимәлдә өйрәнергә, танытырға кәрәк тигән фекерен еткерҙе.
– Уның хаҡында мотлаҡ заманса мөмкинлектәр һәм технологиялар нигеҙендә өр-яңынан кинофильм төшөрөргә кәрәк! – тине ул, мәҫәлән. Белеүебеҙсә, милли батырыбыҙ яугир ғына булмаған, уның шиғырҙары үҙе айырым бер баһалап бөтмәҫлек рухи хазина булып тора. Сарала Салауат батырҙың шиғырҙарын балалар ҙа, ололар ҙа уҡып ишеттерҙе, башҡорт йырҙары яңғыраны, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы уҡыусылары башҡорт бейеүен башҡарҙы (етәксеһе – Н. Хәйруллина).
Өҫтәрәк билдәләгәнсә, Салауат Юлаев хаҡында том-том булып китаптар сыҡҡан, төрлө жанрҙарҙа әҫәрҙәр яҙылған, әммә шуныһы мөһим: улар китапхана кәштәләрендә саңланып ятырға тейеш түгел, замандаштар, йәш быуын ул китаптар менән таныш булһын ине. Был йәһәттән А.Инан исемендәге башҡорттатар әҙәбиәттәре үҙәге мөдире Гүзәл Ишбулдина, мәҫәлән, Салауат Юлаев тураһында нәшер ителгән китаптарға байҡау яһаһа, байрам сараһында ҡатнашыусыларҙы ҡотлап “Башҡорт йәштәре” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Батталов шәхестең йәш быуынға йоғонтоһо хаҡында һөйләп үтте. Ул Салауат Юлаевтың исемен шәхес булараҡ йәш быуынға күберәк ишеттерергә кәрәк тип билдәләне. Сара Салауат Юлаев бюсына сәскәләр һалыу тантанаһы менән тамамланды. Башҡорт халҡын донъяға танытҡан күренештәр һирәк тә һымаҡ, байтаҡ та... Әммә Салауат образы ул үҙе үк, әйтерһең дә, халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө! Йәшәһен Салауат даны!
Г. БҮЛӘК. Фотолар Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайының социаль
селтәрҙәрҙәге төркөмөнән алынды.