Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
20 Июнь 2024, 05:51

Рәсәйҙә һалымдарҙы арттырыу тураһында биш мөһим һорау

2025 йылдың 1 ғинуарынан илдә һалым һалыуҙың прогрессив йәки, йыш ҡына шулай тип йөрөтөлгән, ғәҙел шкалаһы индерелә. Ябайлаштырып әйткәндә, байҙар һалымды фәҡирҙәргә ҡарағанда күберәк түләйәсәк, ә алынған аҡса мәктәптәр, дауаханалар төҙөүгә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк.

Рәсәйҙә һалымдарҙы арттырыу тураһында биш мөһим һорауРәсәйҙә һалымдарҙы арттырыу тураһында биш мөһим һорау
Рәсәйҙә һалымдарҙы арттырыу тураһында биш мөһим һорау

«Байҙарға һалым» шау-шыулы фекер алышыуҙар тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, ысынында ул бик аҙ өлөшкә ҡағыла. Мәҫәлән, Башҡортостанда бындай һалымды 17 мең генә кеше, йәғни төбәктә эшләгән халыҡтың 0,7 проценты түләй. Улар – айына 200 мең һумдан ашыу килем алған кешеләр, йәғни нәҡ уларҙың һалым ставкаһы ҙура- йыу яғына үҙгәрә. Республикалағы 17 мең бай кешенең күпселеге – 14 меңе – йылына 2,4-5 миллион һум аҡса эшләй. Республиканың ике мең самаһы кешеһе – 5 миллиондан алып 20 миллионға тиклем, 408 кеше – 20-нән 50 миллионға ҡәҙәр килем ала һәм ни бары 232 кешенең йыллыҡ килеме 50 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

1. Үҙгәрештәр ни өсөн кәрәк?

Һалым һалыуҙың прогрессив шкалаһы социаль ғәҙеллекте тәьмин итеү өсөн индерелә: күберәк аҡса эшләнең икән – дөйөм файҙаға ҙурыраҡ өлөш индерәһең. Әйткәндәй, был илебеҙҙәге тәүге тәжрибә түгел. Бер нисә йыл элек йылына биш миллион һумдан ашыу аҡса эшләгәндәр өсөн НДФЛ 13 проценттан 15 процентҡаса арттырылды. Йыйылған аҡса «Изгелек ҡуласаһы» хәйриә фондына, ә унан ауырыу балаларҙы дауалауға йүнәлтелде. Шулай итеп, былтыр ғына фонд 160 миллиард һумға тулыланды.

2. Юғары һалымды кем түләй?

Кемдәр айына 200 мең һум, йәғни йылына 2,4 миллион һум аҡса эшләй. Йәғни хәлле граждандар ғына. Аҙыраҡ аҡса эшләйһегеҙ икән, һеҙҙең өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк! Бөтәһе биш үҫеш баҫҡысы бар: һалымдар килем менән бергә аҡрынлап артасаҡ (графикты ҡарағыҙ).

3. Ни өсөн түбәнге сик айына 200 мең һум тәшкил итә?

Сөнки рәсәйҙәрҙең күпселеге ошо сумманан аҙыраҡ ала. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, былтыр илдә уртаса эш хаҡы 75 мең һум тәшкил иткән. Тәүҙә был күрһәткесте нигеҙ итеп алып, икегә ҡабатларға тигән вариант булған. Йәғни ике уртаса эш хаҡын «ҙур эш хаҡы» тип иҫәпләргә. Һөҙөмтәлә Хөкүмәт «запас менән» алырға ҡарар итте һәм өс уртаса эш хаҡын иҫәпләй. Был, беренсенән, күпселек Рәсәй ғаиләләренең тормош хәлен һәм уларҙың сығымдарын иҫәпкә ала, икенсенән, үҙмәшғүлдәр режимында килемдең юғары сигенә тап килә. Юғиһә уларға ла һалымды арттырырға тура килер ине.

4. Балалы ғаиләләр ниндәй льготаларға иҫәп тота ала?

Һалым үҙгәрештәренең мөһим яңылығы: балалы ғаиләләр «һалым кешбэгы» аласаҡ – 13 процент күләмендә түләнгән НДФЛ-дың 7 проценты. Йәғни улар өсөн фактик һалым ставкаһы ни бары 6 процент тәшкил итәсәк.

Һүҙ килеме бер кешегә айына 1,5 йәшәү минимумынан (Башҡортостанда был яҡынса 20 600 һум) артмаған ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләр тураһында бара. Рәсәй Финанс министрлығының яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, бындай түләмде (тотоп ҡалыуҙы) ғаиләлә ике ата-әсә лә эшләгән осраҡта айлыҡ килем 53 мең һумға тиклем һәм береһе генә эшләһә, килем 106 меңдән артмаған ата-әсәләр алыу мөмкинлегенә эйә. Был илдә ике һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙең дөйөм һанының яртыһы ғына.

Мәҫәлән, ике ата-әсә 35-әр мең һум эш хаҡы ала һәм ике бала тәрбиәләй. Һалым ҡайтармаһын ҡулланыуҙан экономиялау – 13,1 мең һум (һәр кемгә 6,552 һум), ә һалым түләүе 51,7 мең һум (һәр кемгә 25 872 һум) тәшкил итәсәк. Шулай итеп, ғаиләгә дөйөм йыллыҡ ярҙам 64,8 мең һум тәшкил итәсәк. Асылда, был «ун өсөнсө» эш хаҡы!

Әгәр ошо уҡ ғаиләлә өс бала тәрбиәләнһә, дөйөм йыллыҡ ярҙам 74 мең һум тәшкил итәсәк. Шулай итеп, ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк тыуһа, дәүләттән дөйөм ярҙам шул тиклем мулыраҡ була бара.

5. Юғары һалымдар нимәгә йүнәлтеләсәк?

Һалымдарҙы арттырыуҙан килгән аҡса иҡтисадты һәм социаль өлкәне өҫтәмә үҫтереү өсөн йүнәлтелә. Улар иҫәбенә дауаханаларҙы һәм поликлиникаларҙы, балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, дөйөм ятаҡтарҙы, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын ремонтлауға һәм йыһазландырыуға, әсәлек капиталы программаһын оҙайтыуға, инфраструктураны үҫтереүгә, торлаҡ һәм юлдар төҙөүгә, технологик лидерлыҡ проекттарын (самолеттар, суднолар, станоктар, микроэлектроникалар, дарыуҙар сығарыу) үҫтереүгә сығымдар артасаҡ, фәнгә ярҙам итеүгә, ә иң мөһиме – ғаиләгә ярҙам итеүгә тотоноласаҡ.

Мөһим

Арттырылған НДФЛ ставкалары килемдең бөтә суммаһына түгел, ә уның төп сиге – 2,4 миллион һумдан ашыу өлөшөнә генә ҡулланыласаҡ.

Мәҫәлән, Вәкил – уңышлы директор, уның эш хаҡы айына 250 мең һум тәшкил итә, йәғни йылына өс миллион һум. Ғәмәлдәге система буйынса ул йылына 390 мең һум (өс миллиондан 13 процент) һалым түләй. Киләһе йылдан уны түбәндәгесә иҫәпләйҙәр: ғәҙәти ставка буйынса 2,4 миллион өсөн – 13 процент, ә артҡан аҡсанан (беҙҙең осраҡта 600 мең һум) – 15 процент. Шулай итеп, уның өсөн һалымдың дөйөм күләме йылына 12 мең һумға йәки айына мең һумға артасаҡ. Әгәр Вәкил айына 400 мең һум эшләһә, яңы схема буйынса уның өсөн һалым күләме айына 4000 һумға артыр ине.

Әйткәндәй,

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың килеме арттырылған НДФЛ-ға эләкмәй. Уларҙың эш хаҡы йылына 2,4 миллиондан ашыу булыуға ҡарамаҫтан, улар өсөн база ставкаһы 13 процент булып ҡала. Шулай ғәҙел, сөнки яугирҙәр илебеҙҙе һаҡлау өсөн ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Автор:
Читайте нас