“СтройЗаказ” компанияһы Стәрлетамаҡ районында юл буйындағы сервис комплексын асырға ниәтләй. Уның директоры Евгений Пчелин “Инвестиция сәғәте”ндә хаҡы 90 миллион һумлыҡ проект тәҡдим итте, ул 37 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы Отрадовка ауылында төҙөлә башлаған комплекс үҙ майҙандарында төрлө магазиндар һәм дөйөм туҡланыу урындарын урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Бер нисә эшҡыуар ошондай ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иинвестиция комитеты проектҡа һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирҙе. Инвесторға шулай уҡ инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау ҡаралған.
“Инвестиция сәғәте”ндә шулай уҡ республикала тормошҡа ашыраласаҡ юл тармағында, мәғарифта һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Әйткәндәй, эшҡыуарҙарҙың башланғысын ошондай ысул менән күтәреү республикала һуңғы биш йыл эсендә әүҙем алып барыла. Республика етәксеһе эшҡыуар менән шәхсән үҙе ошондай сарала осрашыуы бизнесҡа яңы мөмкинлектәр, ә Башҡортостанға яңы үҫеш ҡеүәте өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, уның урынбаҫарҙары – бизнес-шэрифтар иһә урындағы кимәлдә бизнесҡа төрлө уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән ярҙам итә. “Инвест” сәғәттәрҙә күптәр һалым ташламаһы, ерҙе бушлай ҡуртымға алыу, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплатыу мөмкинселегенә эйә.
Әлеге ҡаралған проект иһә, бизнесты ғына түгел, Башҡортостанда туризмды үҫтереү йәһәтенән дә ярҙам итә, сөнки бында оло юл буйында киләсәктә тағы ла яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк.