Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнеү һәм уны билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнеү һәм уны билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостан Башлығы Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнеү һәм уны билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнеү һәм уны билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Указдан күренеүенсә, Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты булдырыла һәм уның составы раҫлана. Ойоштороу комитеты Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштарына һәм башҡа мөһим ваҡиғаларына арналған тантаналы сараларҙы ла иҫәпкә алып, саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.

Ошо документтың үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтелде. Указ үҙ көсөнә инде.

Бынан алдараҡ Рәсәй президенты 2025 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларға әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-06-18/bash-ortostan-bashly-y-e-e-e-80-yylly-yna-erl-ne-m-uny-bild-l-tura-ynda-ukaz-a-ul-uy-y-3812760

 

Автор:
Читайте нас: