«Мин шунсама йәштәрҙе күптән күргәнем юҡ ине. Барыһының да йөҙөндә — бәхетле йылмайыу. Ишембай районынан һәм «Патриот» паркынан бер аҙ арып ҡайтҡаным, ләкин байрам кәйефенә сорналғас, арығанлыҡ ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды. Йәштәрҙән көс-дәрт алып, ҡәнәғәт күңел менән ҡайтып киттем», - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға ҡала-райондарҙа йәштәр өсөн сараларға анализ яһарға ҡушты һәм бындай байрамдарҙы күберәк үткәрергә кәрәклеген билдәләне.
Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров һүҙҙәренсә, сара төнгө 11-ҙә дискотека менән тамамланған.
«Бер нисә тематик зона эшләне, мәҙәни программа булды, төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Бөтәһе 50 майҙансыҡ эшләне», - тип билдәләне Вито Сабиров.