Бер «квадрат» торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға бүленгән субсидияларҙы иҫәпләү өсөн кәрәк. Торлаҡты һатып алыу йәки төҙөү өсөн аҡса федераль һәм республика бюджетынан бүленә.
Яңы төҙөлгән йортта фатир һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 6% ставкаһы менән ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды.