Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда Журфест көнө һәм урыны билдәле булды

23 августа журналистарҙың йәйге осрашыуы – Журфест ойошторола. Фестиваль Павловка һыуһаҡлағысындағы «Йондоҙло» ял базаһында була, тип хәбәр итә сараның рәсми аккаунты.

Башҡортостанда Журфест көнө һәм урыны билдәле булды
Башҡортостанда Журфест көнө һәм урыны билдәле булды

Бай йөкмәткеле белем биреү, мәҙәни һәм спорт программаһы – оҫталыҡ дәрестәре, матбуғат клубы эше, спорт ярыштары һәм башҡа саралар көтөлә. «Журфест» фестивале ҡатнашыусыларҙы үҙенең программаһы һәм йылы мөхите менән генә түгел, ә үҙенсәлекле урыны менән дә йәлеп итә, тип билдәләне ойоштороусылар.

Проект – Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе.

2023 йылда республикала Журналистар фестивале Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы эгидаһы аҫтында үткәрелгәйне.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-19/bash-ortostanda-zhurfest-k-n-m-uryny-bild-le-buldy-3855049

 

Автор:
Читайте нас: