«Беҙ республиканың көнбайыш райондарынан башланыҡ, көньяҡта һәм Урал аръяғында әлегә ямғыр яуа. Ғөмүмән, йыл бик үҙенсәлекле, климат шарттары ҡатмарлы», — тине республика етәксеһе.
Бөгөн республика аграрийҙары ужым культураларын йыйыу менән мәшғүл, уларҙың дөйөм майҙаны 380 мең гектар тәшкил итә. Ә 1,3 миллион гектар самаһы майҙанда яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алырға кәрәк. Май культуралары – 480 мең, шәкәр сөгөлдөрө – 58 мең, картуф һәм йәшелсә 3,4 мең гектарҙы биләй.
«Һәр ваҡыттағыса, ураҡ эштәренең башланыуын «Баҫыу көнө» республика семинары менән билдәләйбеҙ. Сара бөгөн Нуриман районында үткәрелә», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.