Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандың 17 районында ураҡ эштәре башланды

Башҡортостандың 17 районы хужалыҡтары ужым культураларын йыйыуға төштө, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостандың 17 районында ураҡ эштәре башланды
Башҡортостандың 17 районында ураҡ эштәре башланды

Министрлыҡтың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 6,6 мең гектар ужым иген культуралары сабылған. Ашлыҡтың тулайым йыйымы 21,7 мең тоннаға еткән.

«Әле ужым бойҙайы 5,3 мең гектарҙа урылған, 18, 8 мең тонна ашлыҡ һуғылған», — тип белдерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығында. Башҡортостан аграрийҙары ужым арышы, шипкән, тритикале һәм башҡа культуралар йыя башлаған.

Ауырғазы районы игенселәре барыһынан да әүҙемерәк эшләй. Был районда хәҙерге ваҡытта 4,9 мең тонна яңы уңыш ашлығы йыйып алынған. Бөгөнгә республикала ужым ашлығының уртаса уңышы гектарынан 35,2 центнер тәшкил итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостанда ужым иген культураларының дөйөм майҙаны — 390 мең гектарҙан ашыу, ​​был иһә былтырғыға ҡарағанда 31% күберәк.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2024-07-23/bash-ortostandy-17-rayonynda-ura-esht-re-bashlandy-3858600

 

Автор:
Читайте нас: