Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, башланғыс ата-бабалар хәтерен, быуындар күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген һаҡлауға, шулай уҡ үҙенсәлекле рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫ объекттарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
«Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына айырым яҡлау аҫтында булған объекттар индерелгән. Улар араһында — «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы», «Ирәмәл» тәбиғәт парктары, Ҡуштау, Торатау, Юраҡтау кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Милли мираҫ дәүләт реестрына ингән башҡа объекттар ҙа ошондай һаҡлау статусына эйә була. Республиканың тәбиғәт ҡомартҡыларынан һәм архитектура йәһәтенән иҫтәлекле урындарынан тыш, был республиканың милли мәҙәниәтенең төрлөлөгөн билдәләгән үҙенсәлекле продукттар һәм алымдар», — тине спикер.