Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыҙыңа белеп ҡап!

Аҙыҡ-түлектән ағыуланыу Рәсәй халҡын иң ныҡ борсоған ун хәүеф исемлегенә инде, тип билдәләй «Крос» компанияһы эксперттары. Иң ҙур ҡурҡыныстарҙы ҡайҙан көтөргә һәм именлегеңде нисек һаҡларға – бөгөн ошо хаҡта һөйләйбеҙ.

Ауыҙыңа белеп ҡап!
Ауыҙыңа белеп ҡап!

Эҫе миҙгелдәге ризыҡ

Бер кемгә лә сер түгел: ғәҙәттә кешеләр боҙолған аҙыҡ-түлектән ағыулана, сөнки эҫе мәлдә ризыҡты дөрөҫ һаҡламаһаң, бактериялар бик тиҙ үрсей. Диетологтар фекеренсә, йәйге осорҙа ит, йомортҡа, диңгеҙ аҙыҡтары, һөт, колбаса айырыуса хәүеф тыуҙыра. Улар эҫелә күпмелер ятһа, тәмен юғалтыу ғына түгел, ағыуға әйләнеүе бар.
Табиптар яңы әҙерләнгән аш-һыуҙы кисәнән ҡалған менән бутарға кәңәш итмәй. Әгәр ҡалған ризыҡты ашап ҡуйырға теләһәгеҙ, уны тағы берҙе ҡайнатығыҙ йәки ҡыҙҙырығыҙ. Термик эшкәртеү үтмәгән еләк-емеште, йәшелсәне ҡайнаған һыу менән йыуығыҙ.

Шулай уҡ кафела составында майонез булған салаттар алмаҫҡа, өйҙә лә уларға өҫтөнлөк бирмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Тейешле шарттарҙа һаҡланмаһа, бындай ризыҡ күҙ асып йомғансы боҙола.

Ҡыҙыҡлы факт: хәҙер бик күп табиптар итте әҙерләр алдынан йыуырға ярамай, ти. Был бактерияларҙың күбәйеүенә, башҡа һауыт-һабаға, кухня ҡорамалдарына күсеүенә килтерә. Күренеп торған бысраҡ урындарын, бүлгән саҡта йәбешеп ҡалған ваҡ һөйәктәрҙе барыбер йыуып төшөрөгөҙ. Иң мөһиме – термик йәһәттән эшкәртеү, был осраҡта тап ошо ғына ярҙам итә.

Боҙола башлаған ризыҡты ташларға йәлләмәгеҙ. Нимәлер әҙерләргә уйлап, аҙыҡ-түлек боҙолһа, йәл, әлбиттә. Әммә һуңынан үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе һауыҡтырыуға күберәк аҡса сарыф итәсәкһегеҙ. Тиҙ боҙолған аҙыҡ-түлекте күп итеп һатып алмағыҙ, сауҙа нөктәләрендә дефицит юҡ, һөр төрлө акцияларға ҡыҙыҡмағыҙ, улар тағы булыр әле.

Ә иң төп ҡағиҙә – ҡулығыҙҙы йыуығыҙ!

Ҡарбуз

Сауҙа кәштәләре ошо емеш менән тулды, ә ысынында, әлегә ҡарбуз миҙгеле етмәгән, дөрөҫөрәге яңы башланып ҡына тора. Мәҫәлән, Ырымбурҙа ул августың икенсе яртыһында өлгөрә, Әстрханда аномаль эҫе яҙ арҡаһында әле саҡ уңыш йыя башланылар. Йәй башында сауҙаға сығарылған ҡарбуздар йә көньяҡ илдәрҙән килтерелә, йә юлда килешләй «өлгөргән» емештәр, йәғни банан кеүек. Уны ла бит бешеп етмәгән килеш йыйып, газация ярҙамында тейешле кимәлгә еткерәләр. Быйыл кибет кәштәләрендә Ирандан килтерелгән ҡарбуздар бар. Уларҙың хаҡы ике тапҡыр ҡиммәт, әммә тәбиғи булыуы шик тыуҙырмай, сөнки Иранда ҡарбузды йыл әйләнәһенә тиерлек үҫтерәләр.

Был емештең ҡайҙа, нисек үҫеүе мөһим түгел, төп ҡағиҙә – һатып алыр алдынан ярылған, йомшарған ере булмауын ҡарағыҙ. Бешкән ҡарбуздың тышы ҡаты, ялтыр, бер яҡ ситендә һары табы була.

Ашар алдынан тышын ағып торған һыуҙа һәйбәт итеп йыуығыҙ. Теленгән ҡарбузды һыуытҡыста һаҡлағыҙ.

Төп ҡағиҙәне иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бер ҡасан да алдан ҡырҡып һалынған ҡарбузды һатып алмағыҙ! Һатыусылар нимә генә тимәһен, был бик хәүефле, сөнки емештең татлы, йомшаҡ өлөшөндә микроорганизмдар бик тиҙ үрсей.

Бәшмәк һәм еләктәр

Быйыл йыл уңышлы килә, әммә мул итеп запас туплайым тип, күңелһеҙ хәлгә тарыусылар ҙа осрап тора. Ундай хәлгә тарымаҫ өсөн иң ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Улар өсәү.

Беренсенән, урманға йәки ташландыҡ баҡсаға барһағыҙ, үҙегеҙ танымаған, ашарға яраҡлы булыуына 200 процентҡа ышанмаған бәшмәк һәм еләк-емеште йыймағыҙ. Алдығыҙҙа баллы бәшмәкме әллә ялғанмы, бүре емешеме әллә айыу баланымы икәнен белмәһәгеҙ, бөтөнләй алмағыҙ. Балан аша- майынса ла йәшәп була, ә ғүмер бер генә.

Икенсенән, йыйылған уңышты, айырыуса бәшмәкте тиҙ арала, мөмкин булһа, көнөндә үк эшкәртегеҙ.

Өсөнсөнән, кешенән яңы йыйылған, айырыуса консерваланған бәшмәк һатып алмағыҙ. Бер кем дә уны ҡайҙа, ҡасан йыйғанын, нисек эшкәрткәнен тулыһынса һөйләмәйәсәк. Сауҙа иткән әбейҙәргә ярҙам итергә теләһәгеҙ, уларҙан йәшел тәмләткестәр, ҡабаҡ һ.б. йәшелсә һатып алығыҙ.

Алкоголь

Ялған алкоголдән кешеләр даими рәүештә зыян күреп, үлеп тора. Эш шунда: алкоголь етештереүҙә этил спирты ҡулланыла, уны «медицина спирты» тип тә атайҙар. Ялған араҡыға йыш ҡына арзаныраҡ булған метанол йәки «ағас спирты» ҡушалар. Этил спиртынан айырмалы рәүештә метанол – ул ысын ағыу, уны сәнәғәттә шыйыҡландырыусы матдә булараҡ ҡулланалар. Тәме һәм еҫе буйынса ул этил спиртынан бөтөнләй айырылмай, әммә организмға килеп эләкһә, уҡшыта, ҡоҫтора, тән ҡалтырай, ә ныҡ ағыуланған осраҡтарҙа күреү һәләтен юғалтыуға, хатта үлем осрағына сәбәпсе була.

Алкоголле эсемлектәрҙе рәсми эшләгән сауҙа нөктәләренән генә һатып алығыҙ, бер ҡасан да ҡулдан алмағыҙ! Баҙарҙа күптән танылған брендтар үҙ абруйы тураһында даими хәстәрлек күрә. Әгәр эсемлектең хаҡы осһоҙ булһа, уның нимәнән эшләнеүе тураһында ныҡлы уйланығыҙ. Сифатлы бойҙайҙан спирт етештереү, һыуҙы таҙартыу һәм әҙерләү процесы – ябай эш түгел. Бындай ысул менән эшләнгән продукцияның хаҡы ла тейешле кимәлдә була.

Һыу

Әгәр дөрөҫ һайламаһаң һәм һаҡламаһаң, ябай һыуҙан да ағыуланырға мөмкин. Йыш ҡына патоген бактериялары күп булған сифатһыҙ һыуҙан зыян күрәләр. Мәҫәлән, таныш булмаған сығанаҡтан, уны шишмә тип уйлап, һыу эсһәгеҙ йәки һыйырҙар, эттәр төшөп бысратҡан быуала һыу ингәндә яңылыш һыу йотһағыҙ, зыян күреүегеҙ ихтимал. Варианттар бик күп.

Ашҡаҙанға, эсәктәргә эләгеп, бактериялар бик тиҙ үрсей башлай һәм эсәк инфекцияһына сәбәпсе була. Уның төп билдәләре – даими ҡабатланған көслө ауыртыуҙар, уҡшыу, ҡоҫоу, эс китеү. Үҙаллы дауаланып маташмағыҙ, шунда уҡ табип саҡыртығыҙ.

Автор:
Читайте нас: