Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
7 Август 2024, 09:20

“Башҡорт аты”н барып күр ҙә, “Сауҙагәр”гә ҡайт

15-16 августа республиканың хозур төбәктәренең береһендә – Баймаҡ районындағы Граф күле буйында III халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивале үтә.

“Башҡорт аты”н барып күр ҙә, “Сауҙагәр”гә ҡайт“Башҡорт аты”н барып күр ҙә, “Сауҙагәр”гә ҡайт
“Башҡорт аты”н барып күр ҙә, “Сауҙагәр”гә ҡайт

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ваҡиғалы туризмды үҫтереү буйынса илдә алдынғы төбәктәрҙән һанала. Былтыр республикабыҙ Russian Event Awards халыҡ-ара конкурсында ошо йүнәлеш буйынса алты Гран-при яулауға өлгәште. Һәр районда тиерлек ҡунаҡтарҙы һоҡландырырлыҡ саралар үтә, улар араһында – “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале һәм “Сауҙагәр 2.0” фестивале. Уларҙың һәммәһенә лә донъяның төрлө мөйөштәренән йөҙҙәрсә турист килә.

“Башҡорт аты”на килгәндә, тәү сиратта уларҙы дала әременең еҫе менән һуғарылған сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар, ат сабыштары бүләк иткән дәрт-дарман алға әйҙәй. Иң шәп һыбайлы исеменә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстандан, шулай уҡ Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгенән килгән егеттәр көс һынашасаҡ. Уның барышында ата-бабаларыбыҙ уйнаған уйындарҙы ҡарарға, уларҙа ҡатнашырға мөмкин. Әгәр ошондай милли проекттар булмаһа, улар күптән онотолор ине. Мәҫәлән, “Ауҙарыш” уйыны мәлендә һыбайлылар бер-береһен эйәрҙән ҡолатып төшөрөргә тырыша. Бындай уйындар йәш-елкенсәккә атты «тойорға», көслө һәм сыҙам булырға өйрәткән.

Шулай уҡ фестивалдә билбау көрәше, уҡ атыу, бүрәнә этеү, 150 килограмдан ауыр ташты күтәреп күсереү кеүек ҡыҙыҡлы ярыштар ҙа уҙғарыла, Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең иң шәп оҫталарының үҙенсәлекле ҡул эштәрен күрергә мөмкин буласаҡ. Ғәҙәттә, ат егеү әйберҙәре конкурсына төрлө эйәр-йүгәндәр, сыбыртҡылар, һунар һәм хәрби ҡорамалдар, «сергетыш» тип аталған япманың төрлө варианттары тәҡдим ителә “Сауҙагәр 2.0” (“Купец 2.0”) иһә ҡунаҡтарҙы, исеме үк ҡысҡырып тороуынса, боронғо сауҙәгәрлек донъяһына алып инә. Кейемдәр ҙә, сауҙа ла, уйын-тамашалар ҙа нәҡ боронғоса итеп ҡороласаҡ. Бындай саранан ситтә ҡалмағыҙ (0+).

Фестиваль сиктәрендә матур күргәҙмәләрҙе ҡарарға, уйындар уйнарға, тәмле ризыҡтар менән һыйланырға ғына түгел, хатта үҙеңә ҡул эштәре эшләргә мөмкин буласаҡ. Һөнәр эйәләре оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.
Әйткәндәй, ике фестиваль дә киләһе аҙнала була, икешәр-өсәр көн дауам итә, шуға ике сараға ла өлгөрөргә мөмкин!

(6+)

Г. БҮЛӘК.

“Башҡорт аты”н барып күр ҙә, “Сауҙагәр”гә ҡайт
“Башҡорт аты”н барып күр ҙә, “Сауҙагәр”гә ҡайт
Автор:
Читайте нас