Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
12 Август 2024, 07:40

ӨФӨГӘ ҺӨЙӨҮ МЕНӘН…

Башҡортостандың милли музейында Өфөнөң юбилейына арналған бер юлы ике иҫ киткес фотокүргәҙмә үтә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

 

 «Үҙенсәлекле кеше, сағыу ижади шәхес, билдәле фоторәссам Екатерина Рождественская менән «Өфөгә һөйөү менән» тигән экспозицияһын астыҡ. Был фотоларҙа баш ҡалабыҙҙың амбассадорҙары, ҡалаға һөйөүен белдергән билдәле спортсылар, яҙыусылар, музыканттар, сәйәси эшмәкәрҙәр.

 Фоторәссамдар Раиф Бадыков һәм Вячеслав Стрижевский эштәрендә – икенсе Өфө. Был ҡала халҡы аша һөйләнелгән ҡала тарихы. Авторҙарға уларҙың оҫталығы һәм үҙенсәлекле ҡарашы өсөн рәхмәт белдерәм. Был Өфөнөң 450 йыллығына матур бүләк. Барыһын да республиканың Өфө, Совет урамы, 14-се йортта урынлашҡан  милли музейына саҡырам» - тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәр битендә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП:

Резида Садыкова: Йәйге каникулдар тамамланғансы ҡыҙым менән был музейға барырға уйлайбыҙ.

Зөфәр Ғәлимов, хәрби пенсионер: Өлкән йәштә булһам да ейәнем менән барып күреү бәхете тейҙе. Музейҙы беҙҙең быуын ғына түгел, йәштәр ҙә барып күрһен ине.

 

ӨФӨГӘ ҺӨЙӨҮ МЕНӘН…
ӨФӨГӘ ҺӨЙӨҮ МЕНӘН…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас