Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
7 Сентябрь , 13:02

Башҡортостанда 52 яңы тематик аллея ултыртыласаҡ

Путиндың май указдарына ярашлы,  республикала «Йәшел Башҡортостан»акцияһын үткәреүгә әҙерлек бара. 28 сентябрҙә бөтә төбәк биләмәһендә көҙгө республика экологик акцияһының берҙәм көнө үтәсәк. Бындай тәүге өмә 2019 йылдың апрелендә үтте.

Башҡортостанда 52 яңы тематик аллея ултыртыласаҡ
Башҡортостанда 52 яңы тематик аллея ултыртыласаҡ

- Беҙ ғәҙәти экологик сара сиктәренән сыҡтыҡ. Акция бөтә халыҡ өсөн дә мөһим ваҡиға булды. Был байрам төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерә. Ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу өсөн тотош ғаиләләр килә, тематик аллеялар һаны арта, ландшафт дизайнерҙары тоташа,- тиТорлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Йылдан-йыл муниципаль берәмектәр ижади инициативаны әүҙемерәк күрһәтә, шулай уҡ төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүгә яуаплыраҡ ҡарай. Акцияны үткәреүҙә комплекслы алым ҡулланыла, уның барышында шулай уҡ аллеялар буйлап тротуарҙар ҡороу һәм ремонтлау, яҡтыртыу монтажы, эскәмйәләр һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйыу буйынса эштәр башҡарыла.

2024 йылдың көҙөндә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә төбәк халҡы 8 меңдән ашыу эре ағас һәм 43 мең үҫенте һәм ҡыуаҡ ултырта. Сарала 34 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән 3 меңдән ашыу ирекмән һәм 2 меңдән ашыу ойошма һәм предприятие ҡатнашасаҡ, тип планлаштырыла. 52 тематик аллея төҙөләсәк. «Йәшел Башҡортостан» көҙгө акцияһы 5 октябрҙә тамамлана.

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

Башҡортостанда 52 яңы тематик аллея ултыртыласаҡ
Башҡортостанда 52 яңы тематик аллея ултыртыласаҡ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: