Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
11 Сентябрь 2024, 12:05

Тауыш биреү әүҙемлеге юғары булды

Республика Башлығын һайлауҙың төбәк кимәлендәге йомғаҡтары һәм ҡыҙыҡлы мәлдәре хаҡында һөйләйбеҙ.

Тауыш биреү әүҙемлеге юғары булдыТауыш биреү әүҙемлеге юғары булды
Тауыш биреү әүҙемлеге юғары булды

Республиканың Үҙәк һайлау ко- миссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлауға килеү күрһәткесе 72,34% тәшкил итте һәм был бик яҡшы һөҙөмтә, йәғни илдә иң юғарыларҙың береһе. Мәғлүмәт үҙәгендәге брифинг барышында Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова кисә кис ошо хаҡта белдерҙе.

Сәйәси кампанияла ҙур айырма менән ғәмәлдәге республика Баш- лығы Радий Хәбиров еңеү яуланы, уның өсөн 80 проценттан ашыу кеше тауыш бирҙе.

Башҡортостанда һайлауҙа 11 873 күҙәтеүсе эшләне. Уларҙың билдәләүенсә, теркәлгән хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ. Башҡор­тостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина һүҙҙәренсә, һайлау тыныс, ялыу­ҙарһыҙ үткән.

«Был ниндәйҙер һоҡланғыс, айыры­лып торған һөҙөмтә түгел, был – респуб­ликабыҙҙа булдырылған һайлау мә­ҙә­ни­әте. Кешеләр әүҙем тауыш бирә, кешеләр килә. Ауылдарҙа, участка һайлау комиссияларында сәйәси сараның байрам кеүек уҙыуын күрҙек», – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас