Уҙған кесе йомала Радий Хәбировтың рәсми рәүештә республика Башлығы вазифаһын ҡабул итеүенә арналған тантана үтте. Ул икенсе срокка ҡайтанан һайланды. Рәсми ант биргәндән һуң Башлыҡ киләһе биш йылға төп бурыстар хаҡында телмәр тотто. Хөкүмәткә һәм уның хакимиәтенә бирелгән йөкләмәләрҙең иң мөһимдәрен тупланыҡ.
Биш йыл эсендә республикала көтөлгән ғүмер оҙайлығы рекордлы күрһәткескә – 73,2 йәшкә етте, ләкин беҙ был һан 78 йәшкә етергә тейеш, тип һанайбыҙ. Кешеләр ошондай йәшкә тиклем йәшәргә генә түгел, ә әүҙем тормошта рәхәтләнеп донъя көтөргә тейеш. Беҙ әйткәнсә: Оҙаҡ, Лайыҡлы һәм Өйҙә.
Тулайым төбәк продукты күләмен – 3,5-4 триллион һумға, йыл һайын сәнәғәт үҫешен – кәмендә 5 процентҡа, ә инвестициялар күләмен 620 миллиардтан 1,25 триллион һумға тиклем еткерергә.
Йыл һайын торлаҡты сафҡа индереү күләмен 4 миллион квадрат метрға тиклем арттырырға.
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тамамларға. 2030 йылға бер иҫке һәм авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ҡалмаҫҡа тейеш!
Федераль юлдарҙың 85 проценты, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙың 60 проценты сифат стандарттарына тап килергә тейеш.
Сибай – Подольск – Новорудная тимер юл тармағын проектлауға тотонорға һәм төҙөй башларға.
Стәрлетамаҡ ҡалаһын урап үткән «Ырымбур трассаһы»н реконструкциялауҙы тамамларға, уны дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтергә.
Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡалар» проектын тамамларға һәм Кузнецов затоны биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Көньяҡ урау юлын төҙөй башларға.
Димдән Иглинға тиклем Өфөнө урап үткән тимер юл төҙөй башларға.
«Көнсығыш сығыу юлы» проектын дауам итергә – тоннелде Галле урамы аша М-7 трассаһы менән тоташтырырға.
Йыл һайын яңғырауыҡлы юлдар фондын финанслауҙы 1 миллиард һумға арттырырға, 2030 йылда унда 9,5 миллиард һум булырға тейеш.
Ауыл мәҙәниәт йорттарын һәм спорт объекттарын сафҡа индереүҙе һәм ремонтлауҙы, әле улар булмаған муниципалитеттарҙа физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм бассейндар төҙөүҙе дауам итергә. Цирк бинаһын реконструкциялауҙы тамамларға. Башҡортостандың Фән һәм мәҙәниәт йортон төҙөй башларға, еңел атлетика манежын, Боксты үҫтереү үҙәген һәм Теннис академияһын төҙөргә кәрәк.
Биш йыл эсендә мәктәптәрҙе яңыр- тыу программаһын тамамларға, киләһе йылда ил Президенты ҡушыуы буйынса старт аласаҡ балалар баҡсаларын һәм юғары уҡыу йорттары ятаҡтарын капиталь ремонтлау программаһында ҡатнашырға, колледждарҙы ремонтлау һәм йыһазландырыу программаһын дауам итергә.
Тулайым төбәк продуктында тикшереүҙәргә һәм уйлап табыуҙарға эске сығымдар өлөшөн дүрт тапҡырға, йәғни 0,5-тән 2 процентҡа тиклем арттырырға. Юғары технологиялы тауарҙар һәм хеҙмәттәр әҙерләү буйынса кәмендә биш үҙебеҙҙең линияны булдырырға.
Йәш ғалимдарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, мега һәм йәштәр лабораториялары булдырырға, фәнни эшмәкәрлеккә алдынғы ҡарашлы белгестәрҙе йәлеп итергә.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40 төбәк ярҙамы сараһын һаҡлап ҡалырға. МХО ветерандарын медицина реабилитациялауы, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу буйынса эште камиллаштырыуҙы дауам итергә. Геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса программа ҡабул итергә.
Әүҙем тормош позицияһы булған МХО ветерандары дәүләт һәм муниципаль власть органдарына йәлеп ителә алһын өсөн тейешле саралар әҙерләү зарур.
ҺҮҘМӘ-ҺҮҘ
Команданың эшен баһалау тураһында
Барыһына ла һайлауҙарҙа күрһәткән ышанысы өсөн рәхмәт әйтәм. Был һөҙөмтәләр беҙҙең идара итеү командаһының эше, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса күләмле эшмәкәрлек өсөн юғары баһа, тип иҫәпләйем.
Президент ярҙамы тураһында
Миңә ышаныс белдергән һәм Башҡортостан Башлығы вази- фаһына күрһәтелеүемде хуплаған Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путинға рәхмәт белдерәм. Иң мөһиме – ошо йылдар эсендә Владимир Владимирович республикабыҙҙың мөһим башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ярҙам итте, уны бөтә яҡлап үҫтереүгә йоғонто яһаны.
Үткән биш йыллыҡтың ауырлыҡтары тураһында...
Һуңғы биш йылда бөтә ил менән ҡатмарлы саҡырыуҙарға – коронавирус пандемияһына, ҡәтғи иҡтисади санкцияларға, Донбастағы ватандаштарыбыҙға ҡаршы алып барылған хәрби агрессияға ҡаршы тороуға, йәмғиәтебеҙҙе тарҡатырға маташыуҙарға яуап бирәбеҙ. Ошо еңел булмаған йылдарҙа алға барыуҙы дауам итеү мөһим. Сәнәғәт производствоһы үҫешен, бюджетты тулыландырыуҙы тәьмин иттек, заманса эш урындары булдырып, күп яңы производстволар астыҡ.
...Икенсеһе ниндәй булыр?
Алда биш йыл көсөргәнешле эш осоро көтә. Ул да еңел булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙ һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарға һылтанмаясаҡбыҙ. Был беҙгә алға барырға ҡамасаулаясаҡ. Был һынылышлы осор беҙҙе көслөрәк һәм берҙәмерәк итәсәк. Беҙ алға ышаныслы ҡарайбыҙ, ҙур пландар ҡорабыҙ. Башҡортостанды тағы ла көслөрәк һәм сәскә атыусы төбәк итәсәк мөһим проекттарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырабыҙ.
Һәр йортҡа, ихатаға, подъезға, һәр кешегә барып етербеҙ.
Алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы бергәләп хәл итербеҙ, тип ышанам.
Әйткәндәй,
Республиканың яңы Хөкүмәте хаҡында
Яңы Башлыҡ вазифаһын үтәй башлағандан һуң хөкүмәт отставкаға китә, тип яҙылған республика Конституцияһында.
«Мин хөкүмәттең ошо уҡ составына бурыстар йөкмәтермен. Уның артабанғы эшендә юғары күсәгилешлелекте һаҡларбыҙ. Структурала ҙур булмаған үҙ- гәрештәр буласаҡ. Шуға ярашлы, тейешле тәғәйенләүҙәр көтөлә. Хөкүмәт эшләүен дауам итә, власть вакуумына юл ҡуймайбыҙ», – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ, законға ярашлы, тармаҡ министрлыҡтары етәк- селәрен тәғәйенләгәндә федераль ведомстволар менән килешергә кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы. Мәҫәлән, БР төҙөлөш министры кандидатураһы РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән килешелә. Был йүнәлештә тейешле консультациялар алып барыла ла инде.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.