Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
3 Декабрь 2024, 20:07

Башҡортостанда сирле бал ҡорттарын индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күрелә

Бөрйән районы умартасыһы Вадим Сәйфетдинов Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировтан башҡорт бал ҡортоноң популяцияһын кәметкән сирле ҡорттарҙы башҡа төбәктәрҙән контролһеҙ индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күреүен һораны.

Башҡортостанда сирле бал ҡорттарын индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күреләБашҡортостанда сирле бал ҡорттарын индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күрелә
Башҡортостанда сирле бал ҡорттарын индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күрелә

«Бының ҡатмарлы проблема икәнлеген, умартасыларҙың башлыса көньяҡ төбәктәрҙән бал ҡорто пакеттарын килтереп, һуңынан башҡорт балы тип һатыуҙарын беләм. Антибиотиктар ҙа ҡулланалар. Беҙҙең ветеринария хеҙмәттәре ошо хаҡта белә һәм сара күрә», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов быйыл хөкүмәт бойороғо буйынса бал ҡорттарын законһыҙ индереүгә юл ҡуймау операцияһы уҙғарылыуы хаҡында һөйләне.

«Республикала тәүге тапҡыр «Бал ҡорто» операцияһы ойошторолдо. Ул һөҙөмтә бирҙе. Эш дауам итер. Үҙебеҙҙең бал ҡорттарын яҡларға кәрәк», – тине Илшат Фәзрахманов.

 

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2024-12-03/bash-ortostanda-sirle-bal-orttaryn-kontrol-e-indere-g-yul-uymau-buyynsa-saralar-k-rel-4036535

 

Автор:
Читайте нас