❗ Иң мөһиме: баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
▫ Тәбиғи шыршы урынына йомшаҡ энәле яһалма шыршы ҡуйыу яҡшыраҡ – бала энәләргә сәнселмәҫ һәм шырау ҡаҙалмаҫ.
▫ Бәләкәй шыршы ҡуйыу хәйерле – әгәр һаҡһыҙлыҡ арҡаһында шыршы йығылһа, бала артыҡ зыян күрмәйәсәк.
▫ Шыршыны һелкенеп тормаҫлыҡ итеп нығытырға кәрәк, йәки уның нигеҙе киң һәм ауыр булырға тейеш.
▫ Шыршыны бала менерҙәй мебель янына ҡуймағыҙ, сөнки уның уйынсыҡҡа үрелеп ҡолап төшөүе ихтимал. Шулай уҡ ағас эргәһенә ватыла торған әйберҙәр ҡуймағыҙ.
▫ Шыршыны ағас йәки пластик уйынсыҡтар менән биҙәгеҙ. Сабый ауыҙына ҡапмаһын өсөн уйынсыҡтар ҙур булырға тейеш. Уларҙа соҡоп алырлыҡ ваҡ декор булырға тейеш түгел.
▫ Шыршыға гирлянда, мишура һәм ялтырауыҡ аҫмағыҙ – бала, уларҙы тартып, ағасты йығасаҡ. Уларҙы баланың буйы етмәҫлек бейек урындарға элеү яҡшы.
▫ Батарейкалы һәм светодиодлы гирляндалар ҡулланығыҙ. Уларҙа көсөргәнеш түбән – бала сымды өҙгән осраҡта ла зыян булмай.
▫ Розеткаларға тығындар ҡуйығыҙ, ә гирляндаларҙың сымдарын ҡумтаға йәшерегеҙ.