Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
19 Март 2025, 13:10

Башҡортостан парламенты тураһында алты ҡыҙыҡлы факт

Мартта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай юбилейын билдәләй: уның барлыҡҡа килеүенә – 30 йыл. Байрам уңайынан республикабыҙҙа парламентаризмдың үҫешенә бәйле ҡыҙыҡлы һәм быға тиклем артыҡ билдәле булмаған факттарҙы тупланыҡ.

Башҡортостан парламенты тураһында алты ҡыҙыҡлы фактБашҡортостан парламенты тураһында алты ҡыҙыҡлы факт
Башҡортостан парламенты тураһында алты ҡыҙыҡлы факт

Парламент ике палатанан торҙо

30 йыллыҡ тарихының башында Башҡортостан парламенты ике – Закондар сығарыу һәм Вәкилдәр палаталарынан торҙо. Уларға һайлау бер үк мәлдә үткәрелде. Тәүгеһендә 40 депутат булып, улар даими нигеҙҙә, йәғни хеҙмәт хаҡы алып эшләне. Икенсе палатаға һәр ҡаланан йәки райондан икешәр депутат һайланды, был тағы 156 кеше. Шулай итеп, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе саҡырылышында 196 депутат иҫәпләнде.

Закондарҙы тәүҙә бер палата, унан һуң икенсеһе раҫланы. Ваҡыт бындай ҡоролоштоң ҡатмарлы булыуын, документ ҡабул итеү процесының һуҙылыуын күрһәтте һәм 2002 йылда, республика Конституцияһына үҙгәрештәр индереп, парламентты бер палаталы иттеләр.

Иң күләмле закон

Депутаттар ҡабул иткән тәүге закон «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы һәм уның палаталары закондарын баҫыу һәм ғәмәлгә индереү тәртибе тураһында» тип аталды.
30 йыл эсендә ҡабул ителгән иң күләмле закон 33297 биттән тора. Ул «Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статустары һәм административ үҙәктәре тураһында» тип атала. Был законды бер нөсхәлә баҫып сығарыу өсөн 67 ҡап ҡағыҙ кәрәк!

Сағыштырыу өсөн: күләме буйынса икенсе урында килгән «Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға һәм 2026, 2027 йылдарҙағы планлы осорға бюджеты тураһында» закон 2152 биттән тора, уны баҫыуға 4,5 ҡап ҡағыҙ етә.

30 йыл дауамында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай өс меңдән ашыу закон ҡабул иткән.

Депутаттар эш хаҡы алмай

Әлеге көндә Башҡортостан пар- ламентында 120 депутат иҫәпләнә, әммә шуның 30-ы ғына хеҙмәт хаҡы алып эшләй. Улар – спикер, уның урынбаҫарҙары, комитет рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары. Ҡалған 80 кеше депутатлыҡ вәкәләтен йәмәғәт башланғысында һәм төп эшенән айырылмайынса башҡара. Мәҫәлән, завод директорын йәки берәй хөрмәтле табипты депутат итеп һайлаһалар, ул үҙ эшен дауам итә, шуның өсөн хеҙмәт хаҡы ала, ә парламентҡа айына бер тапҡыр үҙе ҡараған комитеттың ултырышына, дөйөм ултырышҡа һәм кәрәк булған осраҡтарҙа ғына килә. Хеҙмәт хаҡы алып эшләгән депутаттарҙың башҡа урындан килем алырға хоҡуғы юҡ.

Константин Толкачев – ысын генерал

Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙы 26 йыл етәкләй. Ул – илдең абруйлы һәм хөрмәтле парламентарийҙарының береһе. Бынан тыш, федераль сәйәси структураларҙа алдынғы позицияларҙы биләй, мәҫәлән, ул – Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы РФ Закондар сығарыусылар советы Президиумы ағзаһы, Милли именлекте закондар менән тәьмин итеү һәм коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса закондар сығарыусылар советы комиссияһын етәкләй, элек Европа Советының урындағы һәм төбәк властары конгресының Төбәктәр палатаһында Рәсәй исеменән сығыш яһаны.

Константин Борисович карьераһын Кузнецк металлургия комбинатында (Кемерово) торба иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлауын күптәр белмәйҙер. Армиянан һуң милицияға эшкә бара һәм эске хеҙмәт генерал-майоры дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт итә, юридик фәндәр докторы.

Уның төп хоббиһы туризм һәм балыҡ тотоу икәнен дә бик аҙҙар ғына белә. Ял ваҡытында ул дуҫтары менән Башҡортостан йылғалары буйлап кәмәлә йөҙә, ә ҡышын күлдәргә, үҙе әйтмешләй, «алабуға тоторға» йөрөй.

Беҙҙең закондарҙы башҡалар нигеҙ итеп ала

90-сы йылдарҙан, федераль ҡануниәт яңы ғына барлыҡҡа килгән осорҙан алып, Рәсәй Федерацияһы Конституция Суды ҡарары менән төбәктәр «алдан закон сығарыу» менән шөғөлләнеү, йәғни дөйөм Рәсәй кимәлендә булмаған закондар булдырыу хоҡуғына эйә булды. Республикабыҙ был хоҡуҡтан әүҙем файҙалана һәм 2000 йылдарға тиклем, бөтә төбәктәрҙең закондары берҙәм ҡалыпҡа килтерә башлағанғаса, башҡаларға өлгө булып торҙо. Әммә был традиция бөгөн дә һаҡлана һәм күп кенә закондарыбыҙ башҡа төбәктәр, ҡайһы берҙәре хатта федераль ҡануниәт өсөн дә нигеҙ булып тора, сөнки ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса беҙ башҡаларҙан алдараҡ барабыҙ. Мәҫәлән, республиканың һыу, урман, ер кодекстары, Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы закон ошондай уҡ федераль закондар ҡабул ителгәнгә тиклем булдырылған ине.

Хәҙер беҙҙең парламент Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән федераль закон проекттары һаны буйынса башҡа төбәктәрҙең закондар йыйылыштары араһында лидер булып тора. Әлеге саҡырылыш Думаһына ғына ҡырҡҡа яҡын закон проекты тәҡдим ителгән, уларҙың дүртәүһе федераль закон статусына эйә булған, ә береһе федераль конституцион закон булараҡ ҡабул ителгән. Был – бик яҡшы күрһәткестәр. Улар, беренсенән, беҙҙең башланғыстарҙың кәрәкле, көнүҙәк булыуы, икенсенән, юридик яҡтан сифатлы һәм яҡшы эшләнгәнлеге хаҡында һөйләй.

Депутаттар араһында билдәле кешеләр күп

Беҙҙең парламент депутаттары закондар сығарыу йәһәтенән генә түгел, ә әүҙем йәмәғәт тормошо алып барыуы менән дә билдәле. Был айырыуса әлеге саҡырылышта асыҡ сағыла. Унда һайланғандарҙың яртыһы тиерлек – мандат алғанға тиклем дә, унан һуң да халыҡ менән бергә булған, уның йәшәйешен һәм хәстәрҙәрен яҡшы белгән, өндәшмәй генә һәйбәт эштәр башҡарған йәмәғәтселәр һәм әүҙемселәр.

Депутаттар араһында күренекле спортсылар ҙа булды. Мәҫәлән, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов, һигеҙ тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Оксана Савченко, легендар хоккейсы, донъя чемпионы Александр Семак. Бөгөн парламентта ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина, ММА көрәшсеһе Джеффри Монсон, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» Эльбрус Ниғмәтуллин һәм башҡалар бар.

 

 

Автор:
Читайте нас