Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
21 Март 2025, 05:31

Башҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды

Башҡортостан «Башҡорт балаҫы (Аҫалы балаҫ)»ҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды.  Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тантаналы рәүештә 370/1 һанлы документ тапшырҙы.

Башҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алдыБашҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды
Башҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды

Был иһә республиканың географик күрһәткес статусына эйә булған өсөнсө бренды, тип билдәләне ул. Бынан алдараҡ «Мансур граниты» һәм «Башҡорт мамыҡ шәле» теркәлгәйне. Башҡортостандың йәмғеһе 10 бренды бар.

Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, брендтарҙы теркәү эше Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушыуы буйынса башланды. Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты Роспатент менән берлектә төбәк брендтарын асыҡлау һәм теркәү өҫтөндә әүҙем эшләй. Бөгөнгә реестрҙа Рәсәй субъекттарының 369 уникаль тауары теркәлгән.

Башҡорт балаҫы – көнкүреш әйбере генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән мираҫ. Башҡорттарҙың келәм туҡыу тарихы ата-бабаларыбыҙҙың тормошо менән тығыҙ бәйле. Әсәйҙәр ҡыҙҙарына бирнәлеккә төрлө биҙәкле балаҫтар һуҡҡан. Йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, улар ижад өсөн ваҡыт тапҡан, үҙенсәлекле сәнғәт әҫәрҙәре ижад иткән.

Бынан алдараҡ республика «Башҡорт аты» брендына патент алғайны.

 

Башинформ.

Фото https://ba.m.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D1%83%D2%A1%D1%8B%D1%83%D1%81%D1%8B

 

Башҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды
Башҡортостан аҫалы балаҫҡа дәүләт теркәүе таныҡлығын алды
Автор:
Читайте нас