Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
25 Март 2025, 13:20

Башҡортостандан Айһылыу Ниғмәтйәнова дүрт ил рекорды ҡуйҙы

Нефтекаманан ауыр атлет Айһылыу Ниғмәтйәнова дүрт ил рекорды ҡуйып, Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы. Был хаҡта Башҡортостан вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

Башҡортостандан Айһылыу Ниғмәтйәнова дүрт ил рекорды ҡуйҙыБашҡортостандан Айһылыу Ниғмәтйәнова дүрт ил рекорды ҡуйҙы
Башҡортостандан Айһылыу Ниғмәтйәнова дүрт ил рекорды ҡуйҙы

«Айһылыуға 14 кенә йәш... Бына ниндәй көслө алмаш үҫә беҙҙә! Афарин!» — тип яҙа Хәбибов.

Спортсының Илзирә Усманова етәкселегендә шөғөлләнеүе билдәле.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас