Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
2 Апрель 2025, 06:26

Башҡортостан Хөкүмәте 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет бирҙе. Иң мөһимдәре

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республика Хөкүмәтенең 2024 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тыңланы, уны Премьер-министр Андрей Назаров тәҡдим итте. Сығыштың иң мөһим өлөштәрен барланыҡ.

Башҡортостан Хөкүмәте 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет бирҙе. Иң мөһимдәреБашҡортостан Хөкүмәте 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет бирҙе. Иң мөһимдәре
Башҡортостан Хөкүмәте 2024 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет бирҙе. Иң мөһимдәре

МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам тураһында

Башҡортостанда 43 төрлө ярҙам сараһы ғәмәлдә, улар эсенә шифахана-курорт дауалауынан алып ташлама менән газ үткәреүгә тиклем саралар инә. Махсус хәрби операция биләмәһенә дөйөм ауырлығы 15 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән 146 гуманитар конвой ебәрелгән. Хәрбиҙәр отпускыға ҡайтҡанда һәм кире барғанда 373 колоннаны оҙатыу ойошторолған. Ҡайтҡан яугирҙәрҙе реабилитациялау һәм эш менән тәьмин итеү, уларҙы яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү маҡсатында республикала «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡайтҡас, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эшкә урынлашырға ғына түгел, ә тыныс тормошта тулыһынса үҙ урынын табырға тейеш.

Ауыл хужалығы тураһында

Һауа торошо аномалияларына ҡарамаҫтан, аграрийҙар яҡшы, ҡайһы бер культуралар буйынса хатта рекордлы уңыш йыя алды. Был – ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү, яңы техника һатып алыу, һатыу баҙарын үҫтереү һөҙөмтәһе. Илдә ҡымыҙ һәм бал етештереү буйынса алдынғылыҡты биләйбеҙ. Һыйыр ите етештереү, һыйыр һәм йылҡы һаны буйынса – икенсе, һөт етештереү һәм һыйыр малы һаны буйынса өсөнсө урынды биләйбеҙ. Башҡортостан һөт һәм һөт продукцияһы, һыйыр ите, сусҡа ите, шәкәр, үҫемлек майы, картуф, ҡыяр һәм помидор буйынса үҙ ихтыяждарын тулыһынса тәьмин итә. Шулай уҡ башҡа төбәктәргә, хатта сит илдәргә һатыу өсөн дә ҡала. Былтыр беҙҙең аграрийҙар 41 илгә 349 миллион долларға торошло 660 мең тоннанан ашыу продукция оҙатҡан.

Медицина тураһында

Былтыр Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы 110 миллиард һумдан ашыу күләмдә финанслау алған. Был аҡсаға яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, поликлиникалар һәм дауаханалар ремонтлана һәм төҙөлә, шулай уҡ яңы ҡорамалдар алына. Мәҫәлән, республика 206 санитар машина һатып алған, был беҙҙең автопаркты һуңғы 25 йылда иң яңыртылғандар рәтенә сығарҙы. Ауылға күсеп килгән 270-тән ашыу табип дөйөм суммаһы 280 миллион һумға торошло компенсация алған. Табиптар дефициты 314 кешегә кәмегән, ашығыс ярҙам кадрҙары менән тәьмин ителеш 16 процентҡа артҡан, ә был ярҙамдың хеҙмәтләндереү ваҡыты 15 минутҡа тиклем ҡыҫҡарған.

Юғары технологиялы медицина үҫешә. Өфөлә илдә аналогы булмаған Инсульт мониторингы үҙәге асылды. Тарихта тәүге тапҡыр Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге табиптары һөйәк мейеһен үҙаллы күсереп ултырта башланы, бер йылда ошондай өс операция яһалды. Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыуға әҙерләнә.

Мәғариф тураһында

Башҡортостан балалар баҡсаларын ремонтлау (2027 йылға тиклем кәмендә 16 баҡса яңы төҫ аласаҡ), мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау федераль программаларына ҡушылды. Бер йылда республикала 1577 урынлыҡ дүрт мәктәп, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Йондоҙ» белем биреү үҙәге сафҡа индерелде, алты мәктәп ремонтланды. Быйыл тағы ла 35 белем усағында төҙөкләндереү эштәре тамамланасаҡ һәм 10 меңдән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән туғыҙ мәктәп бинаһы төҙөләсәк. Колледждар ҙа яңырыу кисерә: былтыр 15 уҡыу йорто бинаһы капиталь ремонтланған, тағы ла етәүһендә эштәр планлаштырылған.

Өфө төбәктәр араһында тәүгеләрҙән булып вуз-ара кампус төҙөй башланы, уның беренсе сираты асылды, бында 18 лаборатория һәм үҙәк эшләй. 20 предприятие менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Әлеге ваҡытта төп бина төҙөлөшө бара, 100 мең квадрат метр самаһы майҙанда йәмәғәт киңлектәре, студенттар һәм уҡытыусылар өсөн 4 меңдән ашыу уңайлы йәшәү урыны барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан гранттар иҫәбенә йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса федераль рейтингта беренсе урынды алды. Дүрт университетыбыҙ «Өҫтөнлөк 2030» программаһына инде һәм миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Был юғары уҡыу йорттарына матди базаны нығытырға, заманса ҡорамалдар һатып алырға, перспективалы тикшеренеүҙәр алып барырға булышлыҡ итәсәк.

Юлдар тураһында

Беҙ 1220 километр оҙонлоҡтағы автотрассаны норматив хәлгә килтерҙек. 60 километрҙан ашыу автомобиль юлы сафҡа индерелгән. 26 күпер һәм юл үткәргес төҙөлгән һәм ремонтланған. Былтыр «Көнсығыш сығыу юлы» күләмле инфраструктура проекты тамамланды. Татарстан сигенән Дүртөйлө ҡалаһына тиклем М12 трассаһы участкаһы сафҡа инде. Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау тамамланды.

Спорт тураһында

Башҡортостан хаҡлы рәүештә спорт төбәге тип иҫәпләнә. Беҙҙә 141 спорт төрө үҫтерелә. 2,3 миллиондан ашыу кеше физик культура менән шөғөлләнә. 429 Башҡортостан спортсыһы Рәсәй йыйылма командалары составына ингән. Бер йылда улар 3,5 меңдән ашыу миҙал яулаған.

Спорт ҡоролмалары төҙөү темптары һәм уларҙың һаны буйынса беҙ илдә лидерҙар иҫәбендә. Былтыр өс ҙур объект сафҡа индерелде.
Уларҙың береһе – республикабыҙ өсөн уникаль Фехтование үҙәге, унда бер үк мәлдә 28 фехтование юлы эшләй ала. Икенсеһе – ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы, уның тотош ил күләмендә аналогы юҡ.

Ул – миҙгелгә ҡарамайынса, ярыштар үткәрергә мөмкинлек биргән берҙән-бер үҙәк. Үткән йылдың үҙенсәлекле символына һәм иң ҙур сараларҙы йәлеп итеү нөктәһенә әйләнгән тағы бер мөһим объект – Көрәш һарайы. Был –Рәсәйҙә генә түгел, Евразияла ла иң ҙур спорт көрәше объекттарының береһе.

Туристар тураһында

Былтыр Башҡортостанда туристар ағымы 1,9 миллион сәйәхәт тәшкил иткән. Яңы туристик мәҙәни-тарихи объекттар асылды. Улар иҫәбендә – Торатау шиханы янындағы этнокомплекс, «Янғантау» геопаркындағы «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы, Шишмә районындағы «Тура-Хан» визит-үҙәге. Шуныһы мөһим: уҙған дүрт йылда республикала глэмпингтар һаны 5-тән 120-гә тиклем артҡан.

Быйыл туризм инфраструктураһы һәм яңы йүнәлештәр булдырыу буйынса эш дауам итәсәк.

 

Мөһим
  «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Ту­ризм» проектын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Уға Беларусь һәм Үзбәкстанға сәйәхәттәр индерелде. Былтыр проектта 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

  Күп балалы ғаилә тренды һаҡлана. Һәр өсөнсө бала тап ошондай ғаиләлә тыуған. Был эш дауам итәсәк.

  Башҡортостан «Рәсәйҙең иң күп китап уҡыған төбәге» тип танылды. Беҙ ауыл ерендә төҙөлгән моделле китапханалар һаны буйынса алдынғылыҡты биләйбеҙ.

  Былтыр сираттағы рекордлы торлаҡ күләме сафҡа инде – 3 миллион 348 мең квадрат метр. Был күрһәткес буйынса Волга буйында – икенсе, илдә етенсе урындабыҙ.

  Тиҙләтелгән газ үткәреү програм­маһы буйынса 57 меңдән ашыу йорт газға тоташтырылған. Был уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ. Программа башланғандан алып 2,2 меңдән ашыу тораҡ пунктта биш мең саҡрымға яҡын газ үткәргес төҙөлгән.

  Бер меңгә тиклем кеше йәшәгән 80 бәләкәй ауыл тулыһынса интернетҡа тоташасаҡ. 440-тан ашыу мәктәп видеокүҙәтеү системаһы һәм вай-фай селтәре менән тәьмин ителәсәк.

 

Автор:
Читайте нас