

«Республикала креатив индустриялар буйынса 14 йүнәлеш бар. Инвестиция сәғәттәрен нигеҙ итеп алдыҡ. Дәүләт ярҙамы саралары менән өҫтөнлөклө креатив проект статусын бирергә тәҡдим итәбеҙ», – тине Рөстәм Моратов.
Ярҙам саралары сифатында Башҡортостан Башлығы гранттары, һалым каникулдары, маркетплейстар менән эшкә һәм интернетта рекламаға сығымдарҙы компенсациялау, шулай уҡ башҡа саралар тәҡдим ителә.
Ошо өлкәлә эшләгән эшҡыуарҙар менән тығыҙ эш алып барыу өсөн ете пилот муниципалитеты һайланған: Өфө, Стәрлетамаҡ, Ағиҙел, Сибай ҡалалары, Бөрө, Шишмә, Белорет райондары. Шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡарамағында йәмәғәт башланғысында кәңәшсе вазифаһын булдырырға тигән тәҡдим яңғыраны.
Башинформ.