

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестиваль программаһында «Иң яҡшы сәй тантанаһы», «Кәкүктең иң яҡшы йола костюмы» һәм «Иң яҡшы фольклор коллективы» кеүек номинацияларҙа конкурстар була. Ҡунаҡтарҙы оҫталыҡ дәресе, башҡорт сәйен күрһәтеү, Гордеевтың фитоүҙәге, шулай уҡ халыҡ ижады әйберҙәре, ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр һәм сувенирҙар күргәҙмә-һатыу көтә. Программала шулай уҡ милли уйындар һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү ҡаралған.
Фестивалдә фольклор коллективтары, шулай уҡ саҡырылған ансамблдәр һәм айырым башҡарыусылар ҡатнаша.
Ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Нуриман районы хакимиәте сығыш яһай.
Нуриман районында тәүге тапҡыр «Кәкүк сәйе» этно-фестивале 2014 йылда уҙҙы. Фестивалдә Баймаҡ районының Темәс, Ғафури районының Сәйетбаба ауылдарынан һәм Благовар районынан Ҡәнзәфәр бей исемендәге Һарайлы тарихи-мәҙәни үҙәктәре әүҙем ҡатнашты.
Башинформ.