

1. Яңы китаптар һатып алыу
Китап йәрминкәһе – ул тәү сиратта мөмкин тиклем күберәк кешене уҡырға йәлеп итеү, йәштәргә уҡыу модалы, мауыҡтырғыс һәм бик файҙалы булыуын күрһәтеү мөмкинлеге.
Бер урында, хатта иң ҙур китап магазинында ла, шул тиклем сағыу һәм ҡыҙыҡлы китаптарҙы күрергә мөмкин түгел. Күп кенә китаптар ошо көндәрҙә һәйбәт ташламалар менән һатыла. Былтыр йәрминкәлә донъяның алты иленән 233 нәшриәт үҙ баҫмаларын тәҡдим итте, сараға 170 меңдән ашыу кеше килде, улар 9 миллион һумға тиерлек 73 мең дананан ашыу китап һатып алды. Һайлау ҙур! Бында классик нәфис әҙәбиәт тә, төрлө балалар әҙәбиәте лә, сәнғәт, баҡсасылыҡ, кулинария буйынса китаптар, бүләк һәм һирәк экземплярҙар ҙа бар.
2. Туған телдәрҙәге китаптарҙы һайлап алыу
Ғәҙәттәгесә, «Китап байрамы»на Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәгенән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән нәшриәттәр килә. Улар милли телдәрҙәге әҙәбиәт тә тәҡдим итәсәк. Байрамдың эшлекле өлөшөндә китап нәшер итеүселәр бер-береһе менән баҫма продукцияны алға ебәреү тәжрибәһе менән уртаҡлаша, кәштәләрҙә башҡорт, татар, удмурт, авар, үзбәк һәм башҡа бик күп телдәрҙәге китаптар уҡыусыларын көтә. Мостай Кәримдең йәки Рәсүл Ғамзатовтың шиғырҙарын төп нөсхәлә уҡыу йәки тыңлау – айырыуса ҙур ҡәнәғәтлек.
ЙӘРМИНКӘЛӘ НИНДӘЙ КИТАПТАР ҺАТЫП АЛЫРҒА МӨМКИН:
Нәфис әҙәбиәт (балалар һәм өлкәндәр өсөн)
Фәнни-популяр әҙәбиәт
Милли телдәрҙәге китаптар
Аш-һыу китаптары
Сабыйҙар өсөн китапсыҡтар
Дәреслектәр (шул иҫәптән ташлама менән)
Букинистика
3. Яҙыусылар менән аралашыу
Китап йәрминкәләре – фекерҙәш- тәр табыу һәм улар менән мөһим темаларға аралашыу өсөн бик шәп майҙансыҡ. Шул иҫәптән яратҡан яҙыусылар менән яҡынданыраҡ танышырға, уларға туранан-тура һорауҙар бирергә мөмкин буласаҡ. Үткән ике йылда Өфөгә Татьяна Устинова, Анна Матвеева, Михаил Лабковский, Дарья Донцова һәм башҡалар килгәйне. Быйыл йәрминкәгә Евгений Водолазкин, Алексей Иванов, Олег Рой, Екатерина Рождественская, билдәле балалар яҙыусыһы Андрей Усачевтың килеүе көтөлә. Шулай уҡ йәрминкә ҡунаҡтары «Ежик в тумане» легендар йәнһүрәтенең авторы Юрий Норштейн менән аралаша аласаҡ.
4. Театр һәм кино йондоҙҙарын күреү
Был көндәрҙә Өфөгә йондоҙло десант килә. Әйткәндәй, «йондоҙҙар» Өфө һәм Башҡортостан тураһында йылы фекерҙәр әйтә, шуның менән республиканы алға этәрә, үҙ фанаттарын беҙҙең төбәк менән таныштыра.
Яҙыусыларҙан һәм сәйәси эшмәкәрҙәрҙән тыш, китап йәрминкәһенә билдәле актерҙар ҙа килә. Улар әҙәби әҫәрҙәр буйынса спектаклдәр һәм башҡа саралар тәҡдим итә. Быйыл Рәсәйҙең халыҡ артистары Александра Захарова, Илзе Лиепа, шулай уҡ Екатерина Рождественская ҡатнашлығында «Династия» спектакле сағыу мәҙәни ваҡиға булырға вәғәҙәләй. Илдең билдәле ижади ғаиләләренең өс вариҫы үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашасаҡ. Спектакль 31 майға планлаштырылған. Шул уҡ көндө популяр театр һәм кино актеры, композитор, музыкант Иван Замотаев рус классикаһы әҫәрҙәре буйынса моноспектакль тәҡдим итә.
1 июндә Өфөлә режиссер Игорь Минаевтың «Вахтангов һәм уның уҡыусылары» спектакль-бағышлауын күрһәтәләр. Төп хикәйәсе булып билдәле театр педагогы Анна Бруссер сығыш яһай, уға актриса Софья Высоковская ярҙам итә.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Өфө илебеҙҙең китаплы баш ҡа- лаһы тип атауға лайыҡ. Беҙ был сара- ны китапты кешеләрҙең күңеленә һәм аңына ҡайтарыу, ул һәр ваҡыт яҡшы кәңәшсе булып ҡалһын өсөн үткәрәбеҙ, сөнки китап – белем сығанағы ғына түгел, ә ҡайһы берҙә был донъяла берҙән-бер остаз, юл күрһәтеүсе. Был балаларыбыҙ- ҙың, ниһайәт, телефондарынан айырылып, китап уҡый башлауы өсөн эшләнә.
5. Ваҡытты күңелле үткәреү
Көн һайын йәрминкәлә тиҫтәләгән сара үтәсәк. Улар бөтә Совет майҙанында, бер юлы бер нисә сәхнәлә барасаҡ. Һәр кем үҙе өсөн ҡыҙыҡлы майҙансыҡ һайлай ала. Йәрминкәгә өс көн ваҡыт бүлеү мотлаҡ түгел. Үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡлы тойолған бер көндө генә лә һайларға мөмкин. Байрамдың тулы программаһы менән сайтта танышырға мөмкин: kitap-bayram.ru.
Кескәйҙәр өсөн дә бихисап күңел асыу саралары, оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған: китап йәрминкәһе менән бер рәттән ойоштороусылар «Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!» тип аталған ҡыҙыҡлы, үҫтереүсе һәм ғәмәли балалар әҙәбиәте фестивале үткәрергә ҡарар итте. Улар ижад менән мәшғүл булған арала ата-әсәләр педагогтар, ғәмәли ижад буйынса китап авторҙары менән аралаша аласаҡ.
ҠЫҪҠАҺЫ
Быйылғы китап йәрминкәһенең төп темаһы – «Һүҙ көсө», шуға күрә сараның өс көнө лә һүҙҙәргә арнала. Көн һайын 10.00-дан 22.00-гә тиклем тематик майҙансыҡтар һәм оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк.
30 май – «Батырлыҡ тураһында һүҙ»
Был көн Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция темаһына арнала. Яҙыусылар йортон асыу, «Илемдең яҙмышында – һуғыш» күргәҙмәһе, Армия мәҙәниәте көндәренең презентацияһы һәм Рәсәй армияһы театрының «Ҡыҙҙар» спектакле планлаштырылған.
31 май – «Мәңгелек тураһында һүҙ»
Сәхнәнән билдәле классиктарҙың әҙәби әҫәрҙәрен уҡыясаҡтар, «Династиялар» спектаклен күрһәтәсәктәр, актер Иван Замотаев рус классикаһы әҫәрҙәре буйынса моноспектакль тәҡдим итәсәк.
1 июнь – «Киләсәк тураһында һүҙ»
Бөтә эшмәкәрлек Балаларҙы яҡлау көнөнә арналасаҡ. Хор музыкаһы һөйөүселәрҙе 600 таланттан торған балалар йыйылма хорының сығышы ҡыуандырасаҡ. Шулай уҡ башҡорт телендә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡарыусыларҙың «Һаумы, һаумы, әкиәт!» республика конкурсының йомғаҡтарын беләсәкбеҙ.
Һәр ваҡыттағыса, йәрминкәлә гастробиләмә эшләйәсәк, унда тамаҡ ялғап, бер аҙ ял итеп алыу мөмкинлеге буласаҡ. 6+
Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте филиалы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.