Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
3 Июнь 2025, 12:00

Әбйәлил районында нимәләр булып ята?

Урал аръяғы төбәгендә яңы тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү ихтималлығы тураһында фекер алышыу бара. Ул урындағы халыҡҡа экологияға бәйле проблемалар тыуҙырырмы, әллә иҡтисади үҫеш бирерме? Аңлатырға тырышабыҙ.

Әбйәлил районында нимәләр булып ята?Әбйәлил районында нимәләр булып ята?
Әбйәлил районында нимәләр булып ята?

Һүҙ нимә тураһында бара?

Ишетеүегеҙсә, Әбйәлил районындағы Салауат баҡыр ятҡылығын геологтар уҙған быуаттың урталарын- да асҡан. Ул Салауат совхозы утары эргәһендә урынлашҡан. Элек бында 200 самаһы кеше йәшәгән, әммә ваҡыт үтеү менән улар ҙурыраҡ урындарға күскән. Ә баҡыр ятҡылыҡтары өйрәнелмәйенсә ҡала. Эш шунда: баҡыр мәғдәне төрлө төрҙә була. Мәҫәлән, Сибайҙа һәм Учалыла – баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары эшкәртелә, ә Әбйәлил районындағы ятҡылыҡ баҡыр-порфир мәғдәне төрөндә. Тәүге осраҡта мәғдәндәге баҡыр күләме 3,5 процентҡаса етә, ә икенсеһендә 0,5 проценттан артмай. Өҫтәүенә, баҡыр колчеданында башҡа төр ҡатнашмалар – көкөрт, цинк һәм башҡалар күп, ә баҡыр-порфир мәғдәне был йәһәттән ярлыраҡ (әйткәндәй, ошо арҡала уны эшкәрткәндә зарарлы ҡалдыҡтар аҙ була). Шуға күрә Салауат ятҡылығы стратегия йәһәтенән мөһим һаналған исемлеккә индерелһә лә, оҙаҡ йылдар уға теймәнеләр. Бөгөн баҡырға ихтыяж артыу арҡаһында (күҙаллауҙар буйынса 2040 йылға донъяла баҡырға һорау ике тапҡырға тиерлек артасаҡ) баҡыр-порфир ятҡылыҡтарына ҙур иғтибар бирә башланылар.

2019 йылда «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Салауат участка­һындағы баҡыр мәғдәнен эшкәртеүгә лицензия алды. Участканың майҙаны – 229 гектар. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса бында 1 миллион тонна тирәһе баҡыр булыуы бар. Предприятие тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшөнә 40 миллиард һум аҡса һалырға әҙер.

Ҡарар геология разведкаһынан һуң ҡабул ителәсәк

Әлеге ваҡытта компания тау-байыҡ­тырыу комбинаты төҙөлөшөнә тотонған, әүҙем рәүештә карьер яһай тигән хәбәр таралды. Әммә был дөрөҫ түгел. «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев аңлатыуынса, ятҡылыҡты эшкәртеү бер нисә этапта башҡарыла, һәм уларҙың иң тәүгеһе – геология разведкаһы.

– Уның һөҙөмтәләре буласаҡ тау-байыҡ­тырыу комбинатының иҡтисади йәһәттән файҙалы булыу-булмауын күрһәтәсәк, – ти Таһир Бәхтигәрәев. – Әгәр баҡыр запастары раҫланһа, ятҡылыҡты эшкәртеү һәм тау-байыҡ­

тырыу комбинаты тө­ҙөү буй­ынса проект эшләйәсәкбеҙ. Арта­­бан ул Мәскәүҙә раҫланырға тей­еш. Унда бойондороҡһоҙ эксперттар сә­нә­ғәт хәүефһеҙлеге һәм экология хәүе­фе йәһәтенән барлыҡ һорауҙарҙы тикшерәсәк.

Артабан проект йәмәғәт фекер алышыуына сығарыласаҡ.

Хәбәрҙе профессиональ провокаторҙар тарата

Әле, башланғыс этапта уҡ, компания етәкселеге һөйләшеүгә әҙер булыуын күрһәтә: халыҡ менән осраша, матбуғат конференциялары үткәрә, алда торған эштең барлыҡ нескәлектәрен аңлата. Кешеләр ни тиклем күберәк дөрөҫ мәғлүмәт алһа, йәшен тиҙлегендә таралған төрлө хәбәрҙәргә һәм уйҙырмаларға шул тиклем аҙыраҡ урын ҡаласаҡ. Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, йыш ҡына ундай осраҡтарҙа утҡа кәрәсин һибеүселәр сит әҙәмдәр булып сыға: улар – йә конкуренттар, йә үҙҙәрен сәйәси эшмәкәр тип атап, төбәктәге именлекте ҡаҡшатырға маташыусылар.

Ҡыҙыу темаға тиҙ арала сит ил агенттары, төрлө ялған әүҙемселәр ҡушылды. Улар протест хәрәкәттәрен ойоштороуҙан аҡса эшләй. Ундайҙар өсөн Башҡортостан – үҙенең илһөйәрлек башланғыстары һәм МХО-ға ярҙамы менән тамаҡҡа арҡыры торған һөйәк кеүек. Бындай әҙәмдәрҙең технологиялары күптән билдәле һәм төрлөлөк менән айырылмай: телеграм-каналдар булдырыу, кешеләрҙе ҡуҙғытыу, митингтарға күтәреү. Ә үҙҙәре күләгәлә ҡала. Уларҙы протест белдереүселәрҙең артабанғы яҙмышы һис тә борсомай. Баймаҡта ла провокаторҙар кешеләрҙе урамға саҡырып сығарып, тирә-яҡтағы бөтә нәмәне емерергә өндәне. Һөҙөмтәлә тәртип боҙоусыларға енәйәт эштәре асылды, ә ойоштороусылар сит илдәргә ҡасты.

Экология – бик нескә тема, бында хис-тойғоларға бирелеү еңел. Шуға күрә, башҡаларҙың ҡулында уйынсыҡ булмаҫ өсөн, урындағы халыҡҡа теләһә ниндәй лозунгтарға һәм махсус таратылған имеш-­мимешкә аҡыллы ҡарарға, ашығыс һығымталар яһамаҫҡа кәрәк. Компания ла, урындағы властар ҙа бөтә һорауҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тыңларға, тикшерергә әҙер. Хатта иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә диалог барышында хәл итергә мөмкин.

Урындағы халыҡ нимәнән ҡурҡа?

Иң элек, кешеләрҙе ер аҫты һыуҙары, Яҡтыкүл, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары бысраныуы хәүефләндерә, улар районды ғына түгел, Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларын да эсәр һыу менән тәьмин итә. Был һыу объекттарының әһәмиәтен аңлап, компания вәкилдәре ағынты һыуҙың шишмәләргә, йылғаларға һәм күлдәргә ағып төшөүе мөмкин түгел тип ышандыра. Производствола ҡулланылған һыу әйләнешле системала буласаҡ, йәғни уны ҡулланғандан һуң таҙартып, ҡабат-ҡабат файҙаланасаҡтар.

Тағы бер хәүеф себер язваһы менән бәйле: халыҡ әйтеүенсә, ятҡылыҡ янында ауырыу мал ерләнгән. Әммә, ветеринарҙар хәбәр итеүенсә, биләмәлә мал ҡәберлеге юҡ. 1959 йылда себер язваһы менән зарарланыу осрағы була, әммә мал аҫралған бөтә ҡоролмалар яндырыла, ә яндырыу урыны бетонлана. Бынан тыш, тораҡ пункт күҙалланған етештереү майҙансығынан байтаҡ алыҫлыҡта урынлашҡан – һигеҙ саҡрымдан ашыу. Тәбиғәт объекттарына ара ла ярайһы уҡ алыҫ: Ҡырҡтытау һыртына ҡәҙәр – биш, Яҡтыкүлгә тиклем 12 километр.

Тәбиғәтте һаҡлауға яңы технологиялар ярҙам итәсәк

Әбйәлил районы халҡының яңы сәнәғәт производствоһы менән бәйле хәүефтәре аңлашыла. Тыуған төйәк тәбиғәтенең матурлығын һаҡлау – һәр кемдең бурысы. Әммә бында икенсе һорау ҙа тыуа: әгәр эшһеҙлек, уңайлы йәшәү шарттары булмау сәбәпле йәштәр ситкә китһә, был мираҫты кемгә тапшырасаҡбыҙ? Өҫтәүенә заманса технологиялар яңы эш урындарымы, әллә экологиямы тигән һайлау ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.

Бөгөн был ике төшөнсә тыныс ҡына бергә йәшәй ала. Ҡасандыр Рәсәйҙең иң бысраҡ ҡалаһы булған Ҡарабаш тарихын иҫкә төшөрөргә кәрәк. Бында яуаплы бизнес килеү менән экологияға бәйле хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Ҡорамалдарҙы яңырттылар, заманса газ таҙартыу системаһын сафҡа индерҙеләр, һыу әйләнешенең ябыҡ циклын ҡулланыуға күстеләр. Хәҙер ҡалала Марс планетаһындағы ише пейзаждар урынына төҙөкләндерелгән парктар барлыҡҡа килде, торлаҡ, социаль объекттар төҙөлә.

Әбйәлил районы эргәһендә тағы ла бер ыңғай миҫал бар – Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты. Унда теләге булған һәр кем экскурсияға бара һәм заманса предприятиеларҙың нисек эшләүе менән таныша ала.

– Фабрика тиһәк, беҙ торбалар, төтөн, производствоны күҙ алдына килтерәбеҙ. Мин дә тап шулай тип уйлай инем, – ти Әбйәлил районында йәшәүсе Рәфҡәт Абдуллин.

Ҡасандыр ул баҡыр сығарыуға ҡаршы әүҙем сығыш яһай, әммә Томинск тау-­байыҡ­тырыу комбинатында бул­ған­дан һуң, ҡарарын үҙгәртә һәм хатта бын­да конвейер машинисы булып эшкә урынлаша. Хәҙер ул яҡташтарын алыҫ вахта урынына йорт эргәһендәге эште һайларға саҡыра.

– Йөҙ тапҡыр ишетеүгә ҡарағанда бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ, – ти ауыл кешеһе. – Бындай предприятиелар үҙәктән алыҫ райондар өсөн бик мөһим тип иҫәпләйем.

Предприятие районда иң эре һалым түләүсе буласаҡ

Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты Силәбе өлкәһе, шулай уҡ күрше өлкәгә сиктәш башҡорт ауылдары халҡына меңдән ашыу эш урыны бирҙе, йәнә меңгә яҡын кеше предприятие подрядсылары өсөн эшләй. Комбинат урындағы бюджетҡа һалым түләй, был аҡсаға юлдар, дауаханалар, яңы мәктәптәр төҙөлә. 2016 йылдан компания хәйриә проекттарына 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән, балалар баҡсалары, физкультура комплекстары, бассейндар, кинотеатрҙар, скейт-парктар һәм башҡа күп нәмәләр төҙөгән.

Әбйәлил районына яңы комбинат төҙөү ҙә шундай уҡ үҫеш бирәсәк. Компанияла иҫәпләүҙәренсә: әгәр проект тормошҡа ашырылһа, предприятие райондың иң эре һалым түләүсеһе буласаҡ, ул урындағы бюджетҡа йылына 250 миллион һум самаһы аҡса күсерәсәк, ә бөтә һалым түләүҙәре суммаһы 26 миллиард һум тәшкил итәсәк. Бында 1,5 мең кеше эш урыны табасаҡ. Эшселәрҙе урындағы халыҡтан йыйырға планлаштыралар, бының өсөн махсус уҡыу программалары әҙерләнгән. Әле үк «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте балаларҙың эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу һәм йәш белгестәрҙе үҙенә йәлеп итеү маҡсатында мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән “Ғилем” олимпиадаһына әүҙем булышлыҡ күрһәтә. Ошо уҡ маҡсатта компания Әбйәлил районынан йәштәрҙе Өфө, Екатеринбург, Магнитогорск ҡалаларының алдынғы юғары уҡыу йорттарына, профилле колледждарға тау һөнәрҙәре буйынса белем алырға ебәрергә әҙер. Яңы производство асыу район халҡының миграцияһын 10 меңдән ашыу кешегә кәметәсәк.

Автор:
Читайте нас