

«Самолет бөгөн, 3 июндә, Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 8-се 5 минутта һауаға күтәрелде. Борт туп-тулы ине, балалар менән бергә йөҙгә яҡын кеше. Өс сәғәт ваҡыт һиҙелмәй үтеп тә китте. Баш ҡалаларыбыҙ араһында тура рейс Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса асылды. Уҙған йылдың ноябрендә Алтай Республикаһы етәксеһе Андрей Турчактың Башҡортостанға сәфәре барышында ошо турала килешелгәйне», – тип яҙа Андрей Назаров.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан Таулы Алтайҙа үҙенең мөмкинлектәре менән таныштыра, мөһим осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр көтөлә.
Башинформ.