Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Республика һулышы
4 Июня 2025, 07:42

Республикала ҡымыҙ конкурсы ойошторола

Быйыл Башҡортостанда ҡымыҙ конкурсы уҙғарыла. Көнөн ойоштороу комитеты билдәләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтендә.

Республикала ҡымыҙ конкурсы ойошторолаРеспубликала ҡымыҙ конкурсы ойошторола
Республикала ҡымыҙ конкурсы ойошторола

Конкурстың төп маҡсаты – йылҡысылыҡтың, ҡымыҙ бешеүҙең милли традицияларын һаҡлау, «Башҡорт ҡымыҙы» брендын үҫтереү һәм ҡымыҙ менән дауалауҙы популярлаштырыу. Ҡымыҙ етештереүселәр үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша ала.

Конкурста предприятиелар һәм фермерҙар (бизнес субъекттары) ҡатнаша ала.

Өс номинация тәҡдим ителә: тәбиғи башҡорт ҡымыҙы, бейә һөтөнән бешелгән һәм өҫтәмәлә ҡушылған ҡымыҙ, ҡымыҙ эсемлеге.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас