Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
18 Июнь 2025, 10:47

Башҡортостанда ижади проекттарға нисек ярҙам итәләр?

Республикала креатив иҡтисадты әүҙем үҫтерәләр. Был нимәне аңлата һәм ижади эшҡыуарҙар ниндәй дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала?

Башҡортостанда ижади проекттарға нисек ярҙам итәләр?Башҡортостанда ижади проекттарға нисек ярҙам итәләр?
Башҡортостанда ижади проекттарға нисек ярҙам итәләр?

Рәсәй күләмендә Башҡортостан һәр ваҡыт музыка, әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, дизайн өлкәләрендә сағыу ижади проекттары менән айырылып торҙо. Ошоға тиклем нимәлер менән мауыҡҡан кешеләр үҙҙәре ижад итте, уңышҡа һынау һәм хаталар аша юл асты, ә хәҙер дәүләт ижади продукттарҙы алға ебәреү ике яҡ өсөн дә файҙалы була алыуына иғтибарҙы арттырҙы. Был йәһәттән миҫал итеп Ay Yola төркөмөнөң һәм уларҙың «Һомай» йырының бығаса булмаған уңышын билдәләргә мөмкин. Ошо проект арҡаһында бөтә донъя республика тураһында белде һәм башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынды, хатта төбәккә туристар ағымы ла арта башланы.

Рәссам ас булырға тейеш түгел

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса Башҡор­тостан илдә креатив иҡтисадты үҫтереү менән шөғөлләнгән тәүге төбәктәрҙең береһе булды, йәғни ҡыҙыҡлы идеялар уйлап табыуҙан тыш, үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен һатыуҙан аҡса эшләргә теләгән ижади кешеләргә ярҙам итә башланы.

– Ижадтың үҙ-үҙеңде танытыу сараһы ғына түгел, уңышлы бизнесҡа әйләнеүе лә мөһим. Беҙ республикала йәшәүсе һәр кем үҙенең интеллектуаль йәки ижади эшмәкәрлегенән файҙа алырлыҡ шарттар булдырыу бурысын ҡуябыҙ. Ижади сектор – ул сәнәғәт предприятиелары йәки IT-компаниялар кеүек үк иҡтисади процеста тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылар, – ти беренсе вице-премьер – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, республикала креатив иҡтисадты үҫтереү өсөн инфраструктура бөтөнләй юҡтан бар ителмәй. Беҙҙә һөнәри белем биреүҙең үҫешкән системаһы бар, күп һанлы форумдар, фестивалдәр үткәрелә. Һуңғы «Әйҙә уйнарға» фести­валендә генә эшҡыуарҙар һигеҙ миллион һум­лыҡ уйынсыҡтар һатҡан. Әйтергә кә­рәк, был ҙур компанияларҙың килеме түгел, ә һөнәрселәрҙең, бәләкәй ижади союз­дарҙың өлөшө. Уларға үҙҙәренең ҡыҙыҡлы һәм ихтыяж менән файҙаланған продукцияһын алға ебәреү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ бирелде.

Алдынғы тәжрибәне өлгө итеп ҡуялар

Республикала арт-киңлектәр, музыка, кино, туризм, һынлы сәнғәт, архитектура, мода һ.б. менән бәйле проекттар әүҙем үҫешә. Ижади идеялар ярҙамында төбәктең ҙур һәм бәләкәй ҡалаларында ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар барлыҡҡа килеүен күрәбеҙ, улар урындағы халыҡты ла, туристарҙы ла үҙенә йәлеп итә, Башҡортостандың күп кенә брендтары бөтә ил буйлап таныла. Башҡортостан рәсми рәүештә Креатив индустриялар көнө билдәләнгән тәүге Рәсәй субъекты булды, ул беҙҙә йыл һайын 8 августа билдәләнәсәк.

Республикала Креатив индустрияларҙы үҫтереү фонды ойошторолдо, Креатив академия асылды, Хөкүмәттә төбәк Башлығы ҡатнашлығында даими рәүештә «Креатив индустриялар сәғәте» үткәрелә.
«Стратегик башланғыстар агент-лығы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Креатив иҡтисадты үҫтереү үҙәге директоры Екатерина Черкес-заде фекерен- сә, ҡалаларҙа һәм райондарҙа креатив кластерҙар, грант ярҙамы системаһы, власть вәкилдәре менән даими осрашыуҙар – былар барыһы ла ижади бизнесты үҫтереү өсөн уңайлы экосистема булдыра. Ә төбәк Башлығы рәсми булмаған шарттарҙа ижади берләшмә вәкилдәре менән осрашҡан «Ижади сәғәт» форматы етди иғтибарға һәм өйрәнеүгә лайыҡ. «Был – диалог аныҡ һөҙөмтәләргә килтергән осраҡ», – тип билдәләй эксперт.

– Биш йыл элек илебеҙҙә ижади иҡтисад һиҙелерлек булманы һәм күңел асыу кеүек ҡабул ителде. Әммә бөгөн был сектор төбәктәрҙең үҫешенә әүҙем йоғонто яһай. Беҙ Башҡортостандың өлгөһөн күрәбеҙ, тап һеҙҙең идара итеү моделегеҙ һәм тупланған тәжрибәгеҙ бөтәһе өсөн дә мөһим, – ти «Креатив иҡтисад» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Марина Монгуш.

Уҡыу, гранттар, субсидиялар

Бизнес тарафынан иң үҙенсәлекле һәм уйланылған тип табылған проекттарға ярҙам итеү өсөн Креатив индустриялар фонды 50 миллион һум күләмендә капитал бүлә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Дөрөҫөн әйткәндә» программаһында БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Светлана Верещагина билдәләүенсә, аҡсаның бер өлөшөн фонд белем биреү программаларына йүнәлтәсәк – ул төрлө ижади лабораториялар, акселераторҙар, лекциялар һәм башҡаларға тәғәйенләнә, бер өлөшөн субсидиялар рәүешендә конкрет проекттарға бирәсәк.

Шулай уҡ күп кенә креатив проекттар Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә, эшҡыуарҙарға «Минең бизнесым» үҙәге базаһында ойошторолған «Минең креатив бизнесым» бүлексәһе һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

Киләсәктә ижади индустрия лидерҙарын үҫтереү маҡсатында республиканың өс ҡалаһында – Стәрлетамаҡта, Өфөлә һәм Сибайҙа махсус мәктәптәр эшләй. Ҡалабыҙҙа, мәҫәлән, төрлө йүнәлештәр буй­ынса бер нисә студия булдырылды – фо- то, видеопроизводство, анимация, электрон музыка һәм тауыш режиссураһы. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, мәктәпкә ихтыяж ҙур, уның уҡыу­сы­лары «Сауҙагәр 2.0» фестивале менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә – фоно­грам­малар, тауыш яҙҙырыу, фестиваль программаһын һәм төшөрөүҙе ойоштора. Өфө сәнғәт училищеһы ҡарамағындағы мәктәп республиканың анимация кластеры менән үҙ-ара эш итә, атап әйткәндә, «Муха» студияһы заказдарын уңышлы үтәй. Ә Сибайҙа уҡыусылар уникаль пазлдар, футболкалар, баҫма продукция һәм һәйкәлдәрҙең 3d-моделдәрен эшләү менән шөғөлләнә.

– Бөгөн тулайым төбәк продуктында ижади индустрияның өлөшө ни бары 2,5 процент тәшкил итә. 2030 йылға беҙ уны 6 процентҡа тиклем арттырырға тейешбеҙ. Был – бик амбициялы маҡсат. Беҙҙең бурыс – ижади продукттарға баҙарға сығыуға булышлыҡ итеү, ихтыяжға эйә яңы интеллектуаль продукттар булдырыу. Былар барыһы ла иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш.

Радий Хәбиров,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

Автор:
Читайте нас