Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
27 Июнь 2025, 11:05

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковка майҙаны эшләй башланы. Ҡаланың тарихи үҙәгендәге 9 участкала 1188 урын билдәләнгән. Бер сәғәте – 40 һум.

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланыБөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы
Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Урын өсөн бер нисә ысул менән түләргә мөмкин:

  •  parking02.ru порталында;
  •  «Горпарковки» мобиль ҡушымтаһында;
  • 2730 номерына смс менән;
  • яҡындағы банкоматта, шул иҫәптән ҡулаҡса менән.           

Шунда уҡ түләмәҫкә лә була, тип билдәләнеләр Өфө мэрияһында. «Горпарковки» мобиль ҡушымтаһында һәм parking02.ru сайтында һуңынан түләү функцияһы бар. Парковка өсөн автомобиль ҡуйған көндә төнгө 12-гә тиклем түләргә мөмкин. Юғиһә 1 500 һум штраф һалына.

Тәүге 20 минут бушлай. Социаль әһәмиәтле объекттар янында парковка – 60 минут. Әгәр автомобиль оҙағыраҡ торһа, парковка сессияһы башлана, бының өсөн аҡса түләргә кәрәк.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас