Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
11 Июль 2025, 07:29

Башҡортостанда фәнде нисек үҫтерәләр

Һуңғы йылдарҙа республика мәктәптәрен тамамлаусыларҙың күбеһе урындағы юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙы һайлай. Әгәр элек балаларҙың 40 проценты тыуған төйәгендә ҡалһа, бөгөн – 50 проценттан ашыуыраҡ.

Башҡортостанда фәнде нисек үҫтерәләрБашҡортостанда фәнде нисек үҫтерәләр
Башҡортостанда фәнде нисек үҫтерәләр

Был төбәк вуздарында бюджет урындары күберәк бүленә башлауға йәки йәш кешеләргә тыуған ерендә уҡыу уңайлыраҡ булыуға ғына түгел, ә республикалағы фән һәм мәғариф үҫешенә лә бәйле. Төбәктә юғары белем алыу, фән менән шөғөлләнеү перспективалы ла, ҡыҙыҡлы ла була бара.

Мәктәп эскәмйәһенән хәстәрлек күрелә

Башҡортостанда балаларҙы ғилми-тикшеренеү эше менән бала саҡтан ҡыҙыҡһындыра башлайҙар. Уҡыусылар төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнаша, белем усаҡтарында, шул иҫәптән ауыл мәктәптәрендә, робот техникаһын өйрәнеү, нейропрограммалау һәм башҡа күп йүнәлештәр буйынса үҙәктәр асыла.

Йыл һайын республика 60 мәктәп башланғысына ярҙам итеү маҡсатында 30 миллион һум аҡса бүлә: балалар дәрестә алған белемен ҡулланып үҙ мәктәбе өсөн әһәмиәтле һәм файҙалы ғәмәлдәр башҡара. Университет алды учреждениелары булдырыла, улар мәктәптән юғары уҡыу йорттарына еңел күсеүҙе тәьмин итә. Хәҙер улар балаларҙы физика-математика һәм химия-биология йүнәлештәре буйынса тулы ҡеүәтенә уҡыта.

Әйткәндәй, быйыл Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә башланы, унда бөтә республиканан 360 һәләтле бала уҡый аласаҡ.

Балаларға ярҙам итеү һәм уларҙы тыуған респубикаһында ҡалырға дәртләндереү өсөн Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған һәм төбәк вуздарына уҡырға ингән сығарылыш уҡыусыларына 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия түләнә. Уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай – улар 50-шәр мең һум ала.

Торлаҡ йәһәтенән ярҙам һәм яңы проекттар

Һуңғы биш йылда Башҡортостанда «ғалимдар өсөн идеаль эш мөхите» булдырылды: донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге барлыҡҡа килде, студенттар кампусы төҙөлә. Шуға күрә Йәш ғалимдар советтарының сираттағы Бөтә Рәсәй съезын Өфөлә үткәрергә ҡарар итеүҙәре ғәжәп түгел. Ул баш ҡалабыҙҙа 2 июлдән 4-нә тиклем үтте. Беҙҙең күрһәтерлек һәм ғорурланырлыҡ һөҙөмтәләребеҙ бар! Өҫтәүенә Башҡортостан бер нисә йыл рәттән Рәсәйҙең фәнни-технология үҫеше милли рейтингында тәүге унау араһына инә һәм йәш ғалимдарға ярҙам итеү буйынса төбәктәр араһында алдынғылыҡты биләй.

Һуңғы дүрт йылда Башҡортостан фәнгә ярҙам итеүгә 900 миллион һум бүлде. Был аҡса йәш аспиранттарға һәм фән кандидаттарына тиҫтәләгән проект булдырырға ярҙам итә, 11 фәнни тикшеренеү хупланды, төбәктә 18 йәштәр лабораторияһы асылды, улар яңы технологиялар өҫтөндә эшләй. Йыл һайын республиканың йәш ғалимдары Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарында ғилми-белем биреү стажировкалары үтә. Бындай тәжрибәне 500-ҙән ашыу кеше алған. Шуныһы мөһим, йәш ғалимдарға фәнни эшендә көнкүреш проблемалары ҡамасауламаһын һәм улар дәүләт ярҙамын тойһон өсөн торлаҡ менән ярҙам итәләр. Мәҫәлән, ике йыл эсендә республиканың 130 йәш ғалимы торлаҡ шарттарын яҡшырта алды.

Шулай уҡ йәш ғалимдар үҙ тикшереүҙәре өсөн төрлө премиялар ала. Мәҫәлән, фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы миллион һум тәшкил итә, бүләкләү өс номинация буйынса үткәрелә. Быйыл тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә инновациялар һәм тикшеренеүҙәр өсөн «Йылдың йәш ғалимы» тип аталған 150 мең һумлыҡ ете премия булдырылды.

Илдең иң яҡшы кампусы

Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү республика фәнендә һәм мәғарифында ысын асыш булды. Был төҙөлөш «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проектына ярашлы алып барыла.

– Беҙҙең кампус – архитектура һәм йөкмәтке йәһәтенән иң яҡшыларҙың береһе. Беҙ бында фәнни-белем биреү эшмәкәрлеге һәм студенттар ижады өсөн эталон киңлек принциптарын һалабыҙ, – тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров.

Бөгөн кампуста күп функциялы IQ-парк һәм Геном үҙәге эшләй, унда медицина һәм биотехнологияларҙың алдынғы өлкәләрендә эшләү өсөн юғары квалификациялы профессионалдар әҙерләнә. Бында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә кәрәкле белгестәр әҙерләү өсөн илдәге иң ҙур программалау үҙәге – «Мәктәп 21» эшләй.
Әлеге ваҡытта кампуста стилобат менән тоташтырылған 10 – 29 ҡатлы ете башня төҙөлә. Бында торлаҡ корпустар, уҡыу-аудитория блогы, лабораториялар, спорт объекттары, кафелар һәм ашханалар, студенттар һәм уҡытыусылар өсөн аралашыу урыны урынлашасаҡ. Объектты 2027 йыл аҙағына тапшырыу планлаштырыла.

Башҡортостанда 4,5 меңдән ашыу тикшеренеүсе эшләй, уларҙың һәр бишенсеһе – 29 йәшкә тиклемге йәш ғалим.

Радий Хәбиров:
– Бөгөн беҙҙә йәш ғалимдар республика биләмәһендә фән менән шөғөлләнә алһын өсөн ярҙам итеү ҡоралдарының киң палитраһы эшләй. Киләсәктә бындай ярҙам күләмен арттырасаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта хәҙер үк уҡыу миграцияһы сальдоһының ыңғай булыуын күрәбеҙ. Йәштәр Башҡортостанға белем алыу өсөн килергә, бында карьера төҙөргә теләй. Был бик шәп!

Автор:Гульнара Зайнетдинова
Читайте нас