

11 – 19 июлдә Башҡортостан һәм Удмуртия юлдары буйлап “Рәсәй туры” шоссе уҙышы үткәрелде. Республикабыҙҙа был спорт сараһы икенсе тапҡыр ойошторолдо. Күп көнлөк ярыштарҙа Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Беларустың алдынғы велосипедсылары ҡатнашты.
Ярыштарҙың һуңғы этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы бөгөн Өфөлә ойошторолдо. Маршрут Комаров, Беренсе Май урамдары буйлап һәм “Биатлон” спорт комплексын урап үтте. Ярыштарҙың старты һәм финишы Еңеү паркында булды. 22 команда спортсылары 120 километр арауыҡты үтте.
Шуны билдәләргә кәрәк: көн эҫе торһа ла, спортсылар һынатманы, барлыҡ көсөн һалды. Төмән өлкәһенән Лев Емельянов, Андрей Куценко, Максим Попов, Семен Макаров һәм башҡалар ҡатнашты. Әйткәндәй, 2024 йылда “Рәсәй туры” халыҡ-ара күп көнлөк велосипедта уҙыштарҙа махсус бүләккә лайыҡ булыусы Максим Мишанков ярыштар алдынан һуңғы этаптың еңел түгеллеге хаҡында әйтте.
Мәскәүҙән Ильяс Садиҡов, Даниил Мальцев, Артемий Хомяков, Михаил Юношев һәм башҡалар бар ине. Башҡортостан командаһына килгәндә, уның составынан Егор Хомяковтың бөгөн тыуған көнө. Рәсәй велосипед спорты федерацияһынан уға был матур ғүмер байрамы айҡанлы бүләк тапшырылды.
Ҡаҙағстан спортсылары – йәш үҫмерҙәр араһында Азия чемпиондары Алексей Богданов, Михаил Поддужный, Ҡаҙағстан чемпионаты призеры Егор Логачев, Азия чемпионаты призеры, Ҡаҙағстан чемпионы Даниил Пронский, Ҡаҙағстандың өс тапҡыр чемпионы Мансур Бесембай һәм башҡалар үҙ көсөн һынаны. Әйткәндәй, Мансур “Рәсәй туры” халыҡ-ара күп көнлөк велосипедта уҙыштарҙың бишенсе этабы еңеүсеһе булды.
Беларусь Республикаһынан “Минск” һәм милли йыйылма командалары килгәйне. Ике командала алтышар спортсы ине. “Минск” велосипедсылар клубынан күп тапҡыр Беларусь Республикаһы чемпионы Евгений Королек велотурҙың алтынсы этабында “бронза” миҙалға лайыҡ булды.
“Рәсәй туры-2025” ярыштары еңеүселәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Руслан Хәбибов һәм Рәсәйҙең Велосипед спорты федерацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Юрий Кучерявый тәбрикләне.
– Бөгөн Башҡортостан Республикаһы, ысынлап та, шәп спорт төбәгенә әйләнә бара. Әле генә Бөтә Рәсәй авиация слетын асыу сараһынан килдек. Бына тағы яңы спорт байрамы, – тине Руслан Таһир улы. – Рәсәйҙең Спорт министрлығына, илдең Велосипед спорты федерацияһына рәхмәт әйтке килә. Икенсе тапҡыр республикала матур спорт байрамы ойошторола, икенсе йыл “Рәсәй туры” халыҡ-ара күп көнлөк велосипед уҙышын үткәрәбеҙ.
Был – ҙур спорт командаһының тос хеҙмәт емеше. Уға Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров етәкселек итә. Республика етәксеһе исеменән барлыҡ ойоштороусыларға, сарала ҡатнашыусыларға һәм, әлбиттә, был матур спорт сараһы еңеүселәренә рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ. Өс муниципаль район биләмәләрендә был ярыштар үткәрелде. Ошо муниципалитеттар хакимиәттәренә рәхмәт!
Бөгөн был этапты тап Өфөлә, Еңеү паркында тамамлауыбыҙ ҙа күп нәмә тураһында һөйләй. Президентыбыҙ һүҙҙәрен ҡабатлағым килә. Владимир Владимирович: “Беҙ ул ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышында еңдек һәм хәҙер ҙә еңәсәкбеҙ!” - тине. Һәм бөгөн ошо матур спорт байрамында булғандар ҙа, һис шикһеҙ, еңеүсе. Спорт байрамы менән!
Юрий Кучерявый Башҡортостан етәкселегенә, республиканың Спорт министрлығына, барлыҡ муниципалитеттарға, хеҙмәттәргә һәм көйәрмәндәргә ошо спорт сараһын үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Руслан Хәбибовҡа Рәсәйҙең велосипед спорты федерацияһы исеменән ошо ярыштарҙың иҫтәлеге булып ҡалһын өсөн бүләк тапшырҙы.
– Был матур йоланы дауам итербеҙ һәм киләһе йылда республика етәкселеге менән берлектә һеҙҙә тағы ла сағыуыраҡ велосипед спорты ярыштарын ойоштора алырбыҙ, тип ышанам. Бында икенсе тапҡыр үткәрелгән “Рәсәй туры” артабан Урал буйлап китер һәм Силәбе өлкәһендә дауам итер, тип өмөт итәм”, – тине Юрий Андреевич.
“Рәсәй туры” спорт сараһы етенсе этабында I урынға – Ильяс Садиҡов (“Мангазея – Мәскәү спорты” велосипедсыһы), II урынға – Сергей Куликов ( “Волга Юнион”) һәм III урынға Даниил Мальцев (“Мангазея – Мәскәү спорты”) сыҡты. “Мангазея – Мәскәү спорты” вәкиле Ильяс Садиҡов финал этабы еңеүсеһе тип танылды.
Барлыҡ ете ярыш этаптарында “Мангазея – Мәскәү спорты” велосипедсыһы Ильяс Садиҡов еңеүсе тип табылды. Икенсе урынға “Волга Юнион” командаһынан Сергей Куликов һәм өсөнсө урынға “Мангазея – Мәскәү спорты” командаһынан Даниил Мальцев лайыҡ булды. Спорт сараһында еңеүселәрҙең барыһына ла бүләктәр тапшырылды. Ярыштар барышында көйәрмәндәргә бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде.
Евгений ЗОЛОТОВ, Өфө ҡалаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, “Горожанин” фонды рәйесе, эшҡыуар:
– Сараны ойоштороусыларға – Спорт министрлығына, Өфө ҡала хакимиәтенә, спортсыларға спортты популярлаштырыу өсөн мөмкинлектәр тапҡандары өсөн рәхмәт белдерге килә. Спорт баш ҡалаһы булараҡ Өфөнө данлағандары өсөн рәхмәт! Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевкә рәхмәт белдерге килә. Ул шәхсән үҙе велосипедта йөрөй, был спорт төрөн популярлаштырыуға өлөш индерә.
Ильяс САДИҠОВ, Мәскәүҙән “Мангазея – Мәскәү спорты” командаһы велосипедсыһы:
– Алдыбыҙҙа – шундай ставкалар, шуға күрә, әлбиттә, тулҡынланам.
Автор фотолары.