Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
21 Июль 2025, 11:30

Шүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индерергә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙ бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә легендар Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен ЮНЕСКО-ның бөтә донъя исемлегенә индереүгә өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне.

Шүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индерергә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙ бүләкләндеШүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индерергә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙ бүләкләнде
Шүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индерергә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙ бүләкләнде

— Был мөһим тарихи ваҡиға, ҙур яуаплылыҡ, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Рәсәйҙән 34 объект ошо исемлеккә инде. Ошо оло ваҡиға уңайынан барыһын да ҡотлайым! 

Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.

«Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директорының ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса урынбаҫары Раян Әхмәтйәнов, ғилми-тикшеренеү бүлеге мөдире Нәркәс Әминева, «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы» ғилми хеҙмәткәре Ольга Червяцова, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Рената Лоҡманова Башҡортостан Башлығының Маҡтау грамоталарын алды.

— Был беҙҙең дөйөм еңеү! — тине Данир Ғәйнуллин. — Беҙ һис һүҙһеҙ танылыу алдыҡ. Әммә беҙ юлдың башында ғына, инфраструктураны тәртипкә килтерәбеҙ. Ярҙамығыҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас