Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
24 Июль 2025, 07:25

Республика юлдарында «Ҡаршы һыҙат» акцияһы башлана

Саралар 27 июлгә тиклем бара.    

Республика юлдарында «Ҡаршы һыҙат» акцияһы башланаРеспублика юлдарында «Ҡаршы һыҙат» акцияһы башлана
Республика юлдарында «Ҡаршы һыҙат» акцияһы башлана

Бөгөндән Башҡортостан юлдарында «Ҡаршы һыҙат» иҫкәртеү саралары башлана, тип хәбәр итте Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

Юл фажиғәләрен анализлау республикала юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың һәр дүртенсеһенең ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙа һәләк булыуын күрһәтә, тип билдәләне ул.

Машинаны уҙып китеү ҡағиҙәләрен боҙоу үтә ауыр эҙемтәләргә килтерә, водителдәр һәм пассажирҙар ныҡ имгәнә.

«Юлдарҙа авариялы хәлдәрҙе иҫкәртеү буйынса өҫтәмә саралар күреү маҡсатында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо аҙнала хәүефле юл участкаларында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү эшен алып бара», — тип яҙа баш дәүләт автоинспекторы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас