

Милли кейем көнө – ул рух, милли үҙаң сағылышы, йөрәгендә халҡына һөйөү йөрөткән һәр кемдең ошо оло тойғоно белдереү сараһы.
Башҡортостан - күп милләтле республика, уның территорияһында 160-тан ашыу төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша күрергә мөмкин.