Республика һулышы
12 Сентября 2025, 12:20

Башҡортостан Башлығы республика халҡын Милли кейем көнө менән ҡотланы

Бөгөн тотош республикала ошо көнгә арналған күргәҙмәләр, флешмобтар, башҡа сағыу саралар ойошторола.

Башҡортостан Башлығы республика халҡын Милли кейем көнө менән ҡотланыБашҡортостан Башлығы республика халҡын Милли кейем көнө менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы республика халҡын Милли кейем көнө менән ҡотланы

«Милли кейем көнө — республикабыҙҙың иң матур байрамдарының береһе. Беҙ уны 2020 йылда булдырҙыҡ. Бына биш йыл инде апрелдең һәр өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында күп милләтле республикабыҙ халҡы ғорурлыҡ менән милли кейемдәрен кейеп сыға. Башҡортостан ошо күркәм датаға арналған күргәҙмәләр, флешмобтар, башҡа сағыу саралар үтә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Ул шулай уҡ 8 сентябрҙә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Рәсәй халыҡтары телдәре көнөн билдәләүҙәрен иҫкә төшөрҙө.

Төрлө милләт вәкилдәренең бер-береһен ихтирам итеүе, дуҫ һәм татыу йәшәй белеүе – Башҡортостандың, ғөмүмән, илебеҙҙең төп байлығы, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

 

Башинформ.

 

Автор:
Читайте нас