Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
19 Сентябрь 2025, 11:44

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙы

Һуңғы 30 йылда Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙы, тип яҙа Ufanovosti.ru порталы Башгидрометҡа һылтанма менән. Метеорологтар күҙәтеүе буйынса, өс тиҫтә йыл эсендә төбәктә 1,6° йылыраҡ була башлаған. 

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙыБашҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙы
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙы

Уртаса йыллыҡ температура –+4,1°. Тимәк, уртаса тәүлек температураһы +8 градустан элеккегә ҡарағанда 6-8 көнгә һуңыраҡ түбәнәйә. Өйҙәргә лә йылылыҡ ғәҙәттәгенән бер аҙнаға һуңыраҡ бирелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 көн рәттән уртаса һауа температураһы +8 градустан түбән булһа, йылытыу миҙгеле башлана. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылытыу миҙлегенә 100 процентҡа әҙер.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас