

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Креатив индустриялар сәғәте»ндә ошо турала һөйләне. Республика етәксеһе билдәләүенсә, баш ҡалала һөнәрселәр һәм халыҡ художество кәсептәре оҫталары үҙ изделиеларын һата алһын өсөн даими урындар билдәләргә кәрәк.
2025 йылдың 12 июнендә Өфөнө «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» тип танығайнылар. Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ошонлай статусҡа эйә булды.
Башинформ.