Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
24 Сентябрь 2025, 06:34

Республикала ҡар яуыуы көтөлә

Республикаға килгән йәйге йылы оҙаҡҡа барманы. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 25 сентябрҙән Көньяҡ Уралға төньяҡ киңлектәрҙән һалҡын һауа яҡынлаша.

Республикала ҡар яуыуы көтөләРеспубликала ҡар яуыуы көтөлә
Республикала ҡар яуыуы көтөлә

Арктик фронт үтеү менән һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +11,+16° тиклем түбәнәйә, көньяҡта +20,+25° йылы һаҡлана.

Аҙна аҙағында һалҡын һауа торошо, урыны менән 0, -5° тиклем һалҡынайтыуы, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +5, +10°. Шулай уҡ аҙнаның икенсе яртыһында ямғыр яуыуы фаразлана.

Республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында аҙна һуңында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал, тип хәбәр итә синоптиктар.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас